РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ КОНЦЕНТРАЦИЯ, тирә‑яҡ мөхиттәге сикләнмәгән ваҡыт эсендә кеше организмында ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр һәм уларға бәйле насар эҙемтәләр булдырмаған ағыулы матдәләр булыуҙың ҡануниәт тарафынан раҫланған нормативы (ГОСТ, СанПиН һ.б.). Макс.‑бер тапҡыр (матдәнең ҡыҫҡа ваҡытлы тәьҫиренә рефлектор реакциялар булдырмаҫ өсөн), уртаса тәүлек (дөйөм ағыулы, канцероген, мутаген һәм сенсибилизациялаған тәьҫирҙе иҫкәртеү өсөн) Р.с.к. ҡиммәтен бүлеп йөрөтәләр; технологик процестарҙы, ҡорамалдарҙы, таҙартыу ҡоролмаларын һ.б. проектлағанда иҫәпкә алалар. Бер матдәнең Р.с.к. кимәле тышҡы мөхит объекттары (һауа, һыу, тупраҡ, аҙыҡ‑түлек, эш һәм йәшәү зоналары) өсөн төрлө. Мәҫ., хужалыҡ‑эсәр һыуҙа сульфат‑аниондың Р.с.к. — 500 мг/дм3, балыҡ хужалыҡтары һыу ятҡылыҡтарында 100 г/дм3 тәшкил итә. Башҡортостанда күрһәткестәр б‑са ҡайһы бер һыу ятҡылыҡтарының тәбиғи фоны балыҡ хужалыҡтары һыу ятҡылыҡтарындағы Р.с.к. күпкә юғарыраҡ (Дим й., Ҡандракүлдә сульфат‑анион миҡдары 260—470 г/дм3 тәшкил итә). Хужалыҡ‑эсәр һыу ятҡылыҡтарында, производство биналары һәм уларға сиктәш терр‑ялар һауаһында Р.с.к. үтәлешен санитария‑эпидемиология хеҙмәте, балыҡ кәсебе тәғәйенләнешендәге һыу ятҡылыҡтарында — Рыбнадзор контролдә тота. 80‑се йй. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (М.А.Ғәлиев, Р.Ә.Сөләймәнов һ.б.) һыуҙы бысратҡан матдәләрҙең Р.с.к. нигеҙләгән тикшеренеү үткәрелә, уның нигеҙендә СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙең төркөмдәре, фосфон һәм уксус рәттәре комплексондары, органик буяғыстар һәм башҡаларҙың Р.с.к. раҫлана. Ароматик углеводородтарҙы нормалаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр дөйөм союз “Тупраҡта химик матдәләрҙең Р.с.к. билдәләү буйынса методик тәҡдимдәр” эшләүгә мөмкинлек бирә (Мәскәү, 1982).

С.А.Маннанова

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров