РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ ДОЗА, ионлы нурланыш сығанаҡтары м‑н эшләгәндә һаулыҡ торошона тиҫкәре үҙгәрештәр килтермәгән индивидуаль эквивалент дозаның тотош кеше тәнендә йәки айырым ағзаларында иң ҙур рөхсәт ителгән дәүмәлен билдәләгән гигиена нормативы. Үлсәү берәмеге — бэр (рентгендың биол. эквиваленты) — 1 рад рентген нурланышы кеүек үк биол. йоғонто яһаған ниндәй ҙә булһа ионлы нурланыш дозаһы. Р.с.д. тотош тәндең, ш. иҫ. критик ағзаларҙың (радиоактив изотоптарҙың тупланыуы бөтә организмдың ныҡ зарарланыуына килтергән ағзалар) теге йәки был төркөмдәренең нурланыуына бәйле һәм йылына 5—30 бэр тәшкил итә. РФ‑та Р.с.д. кимәле “Радиацион хәүефһеҙлек нормалары РХН‑99”, “Радиацион хәүефһеҙлек булдырыуҙың төп санитар ҡағиҙәләре РХБТСҠ‑99”, “Радиоактив ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең санитар ҡағиҙәләренә (РҠЭИСҠ‑2002) 2.6.6.1168‑02 СҠ” м‑н билдәләнә. Башҡортостанда Р.с.д. үтәүҙе ядро һәм радиацион хәүефһеҙлек б‑са Рәсәй Федераль күҙәтеүенең (Госатомнадзор) Волга төбәк‑ара территориаль округы Радиацион хәүефһеҙлек б‑са инспекция бүлеге контролдә тота.

Ю.С.Зимин

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

 


 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018