РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ АҒЫНТЫ (РСА), н о р м а т и в  с и к л ә н е ү л е а ғ ы н т ы, ағынты һыуҙарҙа бысратҡан матдәнең массаһы, контроль (ағынты һыу сыҡҡан ерҙән 500 м түбәндә) пунктта һыу объектының сифат нормаларын тәьмин иткән, билдәле бер режимда ваҡыт берәмегенә макс. бүленгән рөхсәт. РСА һыуҙы файҙаланыу урындарында (уның ҡулланыу төрөнә бәйле) матдәләр ПДК‑һы, һыу объекттарының ассимиляцияға һәләтле булғандарын, төбәк үҫешенең перспективалары һәм һыу ҡулланыусылар тарафынан һыуға ташланған матдәләрҙең массаһының ГОСТ 17.1.1.01-77 б‑са оптималь бүленешен иҫәпкә алып билдәләнә; РСА нормалары — һыу объектындағы һыу сифаты нормаһынан сығып һәр һыу ҡулланыусы өсөн РФ Һыу кодексы тарафынан көйләнә (2006). Әгәр контроль пунктта һыу объектының фон бысранғанлығы ҡайһы бер күрһәткестәр б‑са һыу сифаты нормаһын тәьмин итә алмай икән, РСА нормалары тәбиғәт факторҙары тарафынан формалашҡан һыу объекттарының һыу составы талаптарына ярашлы билдәләнә. 1993 й. РФ Хөкүмәте тарафынан тирә‑яҡ мөхиттең экологик торошон контролдә тотор өсөн “Экологик монито‑ рингыныңберҙ .м дә .ләт системаһын булдырыу” т‑да ҡарар ҡабул ителә. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (М.А.Ғәлиев һ.б.) йылға басс. һәм һыу сығанаҡтарын санитар һаҡлау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә (Э.Г.Иоакимис һ.б.) СССР Нефть сәнәғәте министрлығы тарафынан раҫланған инструкцияға ингән нефть табыу пр‑тиелары урынлашҡан райондарҙағы һыу ресурстарын контролдә тотоуҙы ойоштороу б‑са методологик ысулдар эшләнә. 90‑сы йй. башлап тирә‑яҡ мөхит торошон контролдә тотоуҙы БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитик контроль идаралығы, БР б‑са Рәсәй экология, технология һәм атом күҙәтеүе б‑са федераль хеҙмәттең технологик һәм экологик күҙәтеү б‑са идаралығы башҡара.

С.А.Маннанова

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018