РЕЗИНАЛАР ҺӘМ РЕЗИНА-ТЕХНИК ИЗДЕЛИЕЛАР, юғары һығылмалы, ҡайтмалы (йөҙәрләгән %‑ҡа) деформацияға һәләтле каучуктарҙың вулканизация продукттары. Р.һ.р.‑т.и. эшләр өсөн сеймал булып составында каучук (масса б‑са 20—60%), антиоксиданттар, активаторҙар, вулканизацияны тиҙләткестәр, вулканизациялаусы агенттар, йомшартҡыстар, тултырғыстар, иҫкереүҙе һәм арыуҙы тотҡарлаусылар, пластификаторҙар, яҡтылыҡ стабилизаторҙары һ.б. булған эшкәртелмәгән резина ҡатышмалары тора. Резина ҡатышмаһын эшләүҙе, буяуҙы резинаны бутағыстарҙа йәки валецтарҙа үткәрәләр. Каучуктың төрөнә, компоненттарҙың нисбәтенә ҡарап дөйөм тәғәйенләнешле (‑50 алып 150°С тиклем т‑раларҙа тотороҡло; шиналар, ҡайһы бер резина‑техник изделиелар, резина аяҡ кейеме, көнкүреш изделиелары эшләүҙә ҡулланалар), һалҡынға тотороҡло (‑50°С түбәнерәк т‑рала; түбән быялаланыу т‑ралы стереорегуляр бутадиенлы, кремнийорганик һ.б. каучуктар нигеҙендә), йылыға тотороҡло (150—200°С һәм юғарыраҡ т‑рала; этилен‑пропиленлы, кремнийорганик, фторлы каучуктар, органик булмаған полимерҙар нигеҙендә), агрессив мөхит йоғонтоһона тотороҡло (к‑талар, һелтеләр, озонға ҡарата; бутилкаучук, бутадиен-нитриллы, кремнийорганик, фторлы, хлоропренлы, акрилатлы каучуктар, хлорсульфирланған полиэтилен нигеҙендә), майға, бензинға тотороҡло (бутадиен‑нитриллы, полисульфидлы, уретанлы, хлоропренлы, винилпиридинлы каучуктар нигеҙендә), электр үткәреүсе, диэлектрик, радиацияға тотороҡло Р.һ.р.‑т.и айыралар. Оҙаҡ һаҡлау, эксплуатация ваҡытында иҫкереүгә дусар ителә; Р.һ.р.‑т.и. эшкә һәләтлегенең аҫҡы һәм өҫкө сиктәре ярашлы быялаланыу (кристаллашыусыларыныҡы — кристаллашыу т‑раһына) һәм каучуктарҙың тарҡалыу т‑раһына бәйле. Шиналар, транспорт ленталары, ҡайыштар, шлангылар, амортизаторҙар, тығыҙлағыстар, кабель изделиелары, йөҙлөк материалдары, резиналанған туҡымалар, герметиклаштырыусы составтар, полимер елемдәр һ.б. алыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы транспортёр ленталар, ҡайыштар, тығыҙлаусы изделиелар, келәле шарҙар, йөҙмә кәртәләр, нефтселәр өсөн махсус кейемдәр, быраулау ҡулайламалары өсөн нығытмалар, авария‑ҡотҡарыу саралары, спорт ҡоролмалары өсөн иҙән ҡаплау саралары, РФ һәм БДБ‑ла ПЛ, Русь‑1, Русь‑2, ДК, Е, Л, ПД‑1, ПД‑2, Д‑2 маркалы полиграфия өсөн резина- туҡыма материалдар етештереүсе берҙән‑бер пр‑тие булып тора. “Авангард” пр‑тиеһы резина‑туҡыма шиналы привод ҡайыштары сығара; “Уфимкабель” ААЙ — изоляциялы, антисептиклы һәм һалҡынға тотороҡло көпләнгән кабелдәр, “Каучук” ЯАЙ — халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештерә; “РТП” ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ резина тығыҙлаусы, йылыға тотороҡло ҡулсалар, манжеттар, резиналы һәм резина-туҡымалы мембраналар, автомобиль, мед., нефть‑газ, аҙыҡ‑түлек сәнәғәте, а.х. өсөн резина‑техник изделиелар, синтетик каучуктар нигеҙендә резина ҡатышмалары сығара; “Ксилон” ЯСЙ металлургия, машиналар эшләү, металл эшкәртеү, нефтехимия, химия сәнәғәте өсөн резина‑техник изделиелар (тығыҙлаусы изделиелар, формалы, формаһыҙ резина деталдәре; агрессив мөхиткә, нефть, май, бензинға, йылыға һәм һалҡынға тотороҡло резина‑техник изделиелар, фторкаучук нигеҙендә Р.һ.р.‑т.и., резина ҡатышмалары); ИПТЭР үткәргес торбаларҙы изоляциялау өсөн материалдар сығара. Тултырғыстарҙы “Туймазытехуглерод” ААЙ (техник углерод), “Сода” пр‑тиеһы етештерә (Росил 175 маркалы аҡ ҡором).

К.С.Минскер, Н.Н.Сигаева

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Текст на русском языке

 

 

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.