РАФИҠОВ Сәғит Рәүеф улы [19.4.1912, Өфө губ. Бөрөөйәҙе Ҡайыш а. (БРҙың Дүртөйлө рны) — 19.1.1992, Мәскәү], химик. СССР ФАның мөхбир ағзаһы (1970), Ҡаҙаҡ ССРы ФА акад. (1962), химия ф. дры (1948), проф. (1951). Ҡазан химиятехнология интын тамамлағандан һуң (1937) Үҙәк ғилмитикшеренеү лаб. эшләй (Ҡазан). 1938— 48 йй. СССР ФАның Органик химия интында (1941 й. алып өлкән ғилми хеҙмр), бер үк ваҡытта 1944— 48 йй. Мәскәү химиятехнология интында, 1954—65 йй. СССР ФАның Элементорганик берләшмәләр интында лаб. мөдире. 1954—56 йй. Ҡытай Халыҡ Республикаһы ФА Президиумы советнигы. 1984—91 йй. Тәбиғәт ғилеме һәм техника тарихы интында баш ғилми хеҙмр (бөтәһе лә — Мәскәү). 1948—54 йй. лаб. мөдире һәм 1965—68 йй. Ҡаҙаҡ ССРы ФАның Химия фәндәре интында бүлек мөдире, ш. уҡ ваҡытта 1949—51 йй. Ҡаҙаҡ а.х. интында химия каф. мөдире, 1952—54 йй. Ҡаҙаҡ унтында (бөтәһе лә — АлмаАта). 1967—84 йй. СССР ФА БФ Президиумы рәйесе, ш. уҡ ваҡытта 1968—77 йй. Химия инты (икеһе ләӨфө) директоры. Фәнни хеҙмәттәре полимерҙарҙыңхимик әүерелештәрен, полимерҙарҙың иҫкереүпроцестарын, полимерҙарҙы стабилләштереүҙе өйрәнеүгә, сүс барлыҡҡа килтергән, “үҙүҙен һаҡлаған” полимерҙар булдырыуға арналған. Р. тарафынан мономерҙарҙың тәрән конверсияһында ирекле радикал полимерлашыу процесын көйләү принциптары эшләнә, поликонденсация реакцияларын ҡулланып юғары температураға сыҙамлы полимерҙарҙы (полиариленфталидтар) синтезлау йүнәлеше үҫтерелә, синтетик гуттаперча етештереүөсөн катализаторҙар тәҡдим ителә. Р. етәкс. донъяла тәүгеләрҙән булып сәнәғәттәҙур күләмле монолит органик быяла блоктарын етештереү булдырыла, магистраль__үткәргес торбаларҙы коррозиянан һаҡлау өсөн Пластобит2М изоляциялау япмаһы эшләнәһәм етештереүгә индерелә. Юғары молекуляр берләшмәләр химияһы ƒилми мәктәбенә нигеҙһалыусы. 900ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. вуздар өсөн полимерҙар химияһы һәм физик химия бса илдәге тәүге дәреслектәр; 200 уйлап табыу авторы. СССР ЮСының 8—10сы, БАССР ЮСының 7се саҡырылыш депутаты. СССР МСы (1983), С.В.Лебедев ис. пр. (1992) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975), Халыҡтар дуҫлығы (1982) орд. мн бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Синтез и исследование высокомолекулярных соединений. М.; Л., 1949 (авторҙ.); Методы определения молекулярных весов и полидисперсности высокомолекулярных соединений. М., 1963 (авторҙ.); Введение в физико- химию растворов полимеров. М., 1978 (авторҙ.). Әҙәб.: Выдающиеся химики мира. М., 1991.

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Текст на русском языке