РАДИОХИМИЯ, радиоактив элементтарҙың, уларҙың изотоптарының, берләшмәләренең, радионуклидтарҙың үҙенсәлектәрен (ш. иҫ. радиоактив булмаған элементтарҙың радиоактив изотоптарын), уларҙа ядро әүерелеү закондарын һәм ошо әүерелеү м‑н бергә барған физик‑химик процестарҙы өйрәнгән химия бүлеге. Р. геохимия, космохимия, радиация химияһы, ядро химияһы м‑н тығыҙ бәйле. Дөйөм (радионуклидтарҙың, элементтарҙың, изотоп алмашыныуы, дисперслыҡ үҙенсәлектәре, ультрашыйығайтылған системаларҙа радиоактив изотоптарҙың комплекстар барлыҡҡа килтереүе, радиоактив элементтарҙың электрохимияһы; тирә‑яҡ мөхит объекттарында радионуклидтарҙың торошон, формаларын, уларҙың бүленешен, миграцияһын, тупланыуын өйрәнгән радиоэкология), радиоактив элементтар, ядро әүерелеше химияһы (барлыҡҡа килгән атомдарҙың, ш. иҫ. “яныусы” атомдарҙың; ядро реакциялары продукттарының үҙенсәлектәре, үҙ‑үҙен тотошо, радионуклидтар һәм уларҙың ядро изомерҙарын алыу, концентрациялау, бүлеп сығарыу ысулдары, радиоактив матдәләрҙең үҙҙәрен‑үҙҙәре нурландырыу һөҙөмтәһендә әүерелеүе һәм үҙенсәлектәре), ғәмәли (ядро яғыулығын алыу һәм эшкәртеү проблемалары, тамғаланған берләшмәләрҙе синтезлау, уларҙың номенклатураһын билдәләү, радионуклидтарҙы химияла, биол. һ.б. тикшеренеүҙәрҙә ҡулланыу, радиоаналитик контроль ысулдарын эшләү, радиоактив ташландыҡтарҙы күмеүгә әҙерләү ысулдары, изотоп генераторҙар етештереү һ.б.) Р. бүленә. Радиохимик ысулдарҙы (радиометрик анализ, радиоактив индикаторҙар ысулы һ.б.) матдәләрҙең төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен, химик реакция механизмдарын өйрәнеүҙә, файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүҙә һ.б. ҡулланалар. Ядро реакторы төҙөү үҫеше, ядро яғыулығын алыуҙың ғәмәли проблемалары, радиохимик тикшеренеүҙәр һәм уларҙы етештереү дәүләт программаларына инә, ЭЭМ, санитария хеҙмәте тарафынан контролдә тотола. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. Органик химия ин‑тында радиохимик тикшеренеүҙәр алып барыла. Радиоактив элементтарҙың экстрагенттары һәм сорбенттары эшләнә, уран берләшмәләре эретмәләренең хемилюминесценцияһы һәм фотохимияһы өйрәнелә.

В.П.Казаков

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров


   

 Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.