РАДИКАЛЛЫ РЕАКЦИЯЛАР, атомдар һәм радикалдар — ирекле (парһыҙ) электронлы әүҙем аралыҡтағы өлөшсәләр, ҡатнашлығында барған әүерелеүҙәр. Ирекле радикалдарҙың үҙ‑ара (рекомбинация — 2 бер үк йәки төрлө радикалдың тәьҫир итешеүе, 2 парһыҙ электронды дөйөмләштереп, ковалент бәйләнеш барлыҡҡа килтерә; диспропорциялау — водород, һирәк осраҡта галоген атомын бер радикалдан икенсеһенә күсереү), молекулалар м‑н (хлорлау, бромлау, сульфохлорлау, автоокисланыу, полимерлашыу һ.б. процестарға хас, барышында ирекле валентлыҡ һаҡлана, был сылбырлы реакциялар барлыҡҡа килтерә) реакциялары; радикаль урын алмашыу, ирекле радикаль ҡушылыу, молекула эсендәге [фрагментация — радикалдың молекулаға һәм бәләкәйерәк мол. м. тотороҡлораҡ радикалға тарҡалыуы; атомдар һәм (йәки) функциональ төркөмдәрҙең миграция м‑н тотороҡлораҡ радикал барлыҡҡа килтереп яңынан төркөмләнеүе], окисланыу һәм ҡайтарыу реакциялары айырыла. Тәбиғәттә коферменттар ҡатнашлығындағы окисланыу‑ҡайтарылыу, тере организмдарҙың биохимик процестарындағы (тын алыу, аҙыҡтың әсеүе) Р.р. таралған. Синтетик май кислоталары, синтетик май спирттары, фенол, ацетон, полиэтилен, нефть углеводородтары пиролизы м‑н этилен һ.б. етештереүҙә ҡулланыла. Башҡортостанда Р.р. өйрәнеү 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Н.Н.Семёнов инициативаһы м‑н башлана. Химия ин‑тында Г.П.Гладышев, Г.В.Леплянин, Ю.Б.Монаков, С.Р.Рафиҡов етәкс. радикаль полимерлашыу процестарында Р.р. тикшерелә һәм полимер елемдәр, радиацион‑тотороҡло органик быяла һ.б. етештереүҙә уларҙы ҡулланыу өйрәнелә; В.Д.Комиссаров, В.В.Шерешовец етәкс. шыйыҡ фазалы окисланыу тикшерелә. ӨДНТУ‑ла (С.С.Злотский, Д.Л.Рахманҡолов һ.б.) гетероцикллы берләшмәләрҙең Р.р., БДУ‑ла Р.р. кинетикаһы (А.Я.Герчиков, Е.Т.Денисов, В.С. Мартемьянов һ.б.) өйрәнелә.

Әҙәб.: Н о н х и б е л Д., Т е д д е р Дж., У о л т о н Дж. Радикалы. М., 1982; С е м ё н о в Н.Н. Цепные реакции. М., 1986.

А.Я.Герчиков

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 Текст на русском языке

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018