РАДИАЦИЯ ХИМИЯҺЫ, физик химия бүлеге, матдәләрҙең юғары энергия нурланышы (рентген, α‑, β‑, γ‑нурҙар, ауыр зарядланған өлөшсәләр, күп зарядлы иондар, нейтрондар, ядро реакциялары продукттары) тәьҫире аҫтында химик, физик- химик әүерелештәрен өйрәнә. Р.х. юғары энергиялар химияһының ҡушма өлөшө, радиохимия, фотохимия, химик кинетика, ирекле радикалдар һәм ҡуҙғытылған хәлдәр химияһы м‑н тығыҙ бәйле. Р.х. барлыҡҡа килеүе атом энергияһын ҡулланыу, газда, һыуҙа һәм һыу эретмәләрендә, органик булмаған матдәләрҙә, туңдырылған системаларҙа, полимерҙарҙа радиацион‑химик реакцияларҙың механизмдарын һәм һан законлыҡтарын билдәләү, матдәләрҙең радиацияға тотороҡлоғон, нурланыштан һаҡлаусы саралар тәьҫиренең физик-химик нигеҙҙәрен өйрәнеү м‑н бәйле. Р.х. төп бурыстары: нурланыштың төрөнә һәм ҡеүәтенә бәйләп стабиль булмаған химик продукттарҙың (ирекле йәки ион‑радикалдар, сольватирланған электрондар) барлыҡҡа килеү механизмын, газ хәлендәге системаларҙың юғары, һыу һәм һыу эретмәләренең үтә критик т‑раларҙа радиолизын, гетероген системаларҙа радиацион‑химик процестарҙы, кристаллик дефекттарҙың, ҡушылмаларҙың ҡаты матдәләр радиолизына тәьҫирен һ.б. өйрәнеү. Ионлаштырыусы нурланыштың матдә м‑н тәьҫир итешеүенең теоретик моделдәре эшләнә; физик (оҙайлығы 10‑18—10‑15 с; мөхит молекулаларының ионлашыуы, уларҙың ярһыуы, тиҙ электрондарҙың әкренәйеүе, “шпорҙар”, цилиндр формаһындағы тректар барлыҡҡа килеүе һ.б.), физик‑химик (10‑13—10‑11 с; беренсел иондар, тиҙ электрондар, үтә ярһыған молекулалар радиолиздың аралаш продукттарына әйләнә), химик (10‑10 с юғары; нурланыш алған системаның һуңғы тотороҡло продукттар барлыҡҡа килтереп радиолитик әүерелеше) стадияларҙы айыралар. Импульслы радиолиз ысулы м‑н радиацион‑химик реакцияларҙың аҙ йәшәгән аралаш өлөшсәләре тиңләштерелә, уларҙың үҙенсәлектәре өйрәнелә; шыйыҡлыҡтар радиолизы ваҡытында сольватирланған электрондар барлыҡҡа килеүе асыҡлана, сольватация ваҡыты билдәләнә. Радиация тәьҫирен полимерлашыу, полимерҙарҙы модификациялау, вулканизация, синтезды инициациялау һ.б. өсөн ҡулланыу радиацион-химик технология үҫешенә булышлыҡ итә. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып Органик химия ин‑тында В.П. Казаков етәкс. рентген һәм 60Co γ‑нурланышының составында люминесцент зонды булған полимерҙарға, ксенон берләшмәләренең, урандың, ерҙә һирәк элементтарҙың шыйыҡ һәм туңдырылған һыу эретмәләренә, юғары т‑рала юғары үткәреүсәнлеккә эйә материалдарға, электрон-парамагнит резонансы, импульслы радиолиз, спектрофотомерия, хемилюминесценция, радиотермолюминесценция ысулдарын ҡулланып рентген һәм 60Co γ‑нурланышының тәьҫире өйрәнелә. Ю.И.Муринов, Ю.Е.Никитин етәкс. ионлаштырыусы нурланыштың сульфоксидтарға йоғонтоһо тикшерелә. БДМУ‑ла һәм Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә 60Co γ‑нурланышының биол. туҡымаларға тәьҫир итеү процестары өйрәнелә.

С.В.Лотник

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 Текст на русском языке

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.