ПУЗИН Юрий Иванович (11.10. 1955, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1996), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. химигы (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Органик химия ин‑тында эшләгән: 1988 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1997 й. — төп ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 1997 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге радикаль полимерлашыу процестарын тикшереүгә арналған. П. тарафынан составында металлоцен, азот, көкөрт, фосфор булған берләшмәләр нигеҙендә полимер материалдар етештереүҙең энергия һәм ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялары өсөн иницирлау системалары эшләнә; туйындырылмаған бифункциональ берләшмәләр синтезлана, уларҙы полимерлаштырып яҡшы электр үткәреүсән плёнкалы материалдар алына; гем‑биc‑сульфидтарҙың пероксидтар м‑н реакциялары, ш. уҡ полимерҙарҙа зарядты күсереү һөҙөмтәһендә комплекстар барлыҡҡа килтереүсе берләшмәләр асыла. 290‑дан ашыу фәнни хеҙмәт, 6 уйлап табыу авторы. С.Р.Рафиҡов ис. пр. лауреаты (2009).

Х е ҙ м.: Новый полимер для буровых растворов //Башкирский химический журнал. 2014. Т.21. №3 (авторҙ.); Polymer‑metal complexes of polyacrylonitrile and its copolymers: synthesis and theoretical study //Journal of Polymer Research. 2015. Vol. 22. №6 (авторҙ.).

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров


 

 

Яндекс.Метрика