АҪҠЫН МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, Архангел р‑ны Аҫҡын а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 100 м алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) үҙәнендә урынлашҡан. Урғылып сыҡҡан 3 сығанаҡ бер-береһенән яҡынса 100 м аралыҡта ята. Урта карбон тау тоҡомдарында (ҡырсынташлыҡ, эзбизташтар) формалашалар. Беренсе сығанаҡтың дебиты 40—50 л/с. Һыуы аҙ минераллы (1,3—2,0 г/л), гидрокарбонат‑хлоридлы, микроэлементтар миҡдары (мг/л): фтор (0,16), иод (0,001); т‑раһы 10—10,5°С. Икенсеһенең дебиты — 3 л/с. Һыуы хлорид‑гидрокарбонатлы, натрийлы, кальций-натрийлы, микроэлементтар миҡдары (мг/л): бром (1,46), бор (0,1), фтор (0,16), иод (0,001); т‑раһы 10°С. Өсөнсө сығанаҡтың дебиты 5 л/с. Һыуы гидрокарбонатлы кальцийлы; т‑раһы 6°С. Ландшафтары башлыса ерек һәм ҡарама өҫтөнлөк иткән киң япраҡлы урмандарҙан тора.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов