ПТАШКО Олег Анатольевич (30.3.1962, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ивангород а.), химик. Химия ф. д‑ры (2007). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Салауат ҡ. эшләй: 8‑се (1986 й. тиклем) һәм 14‑се (1987) урта мәктәптәр уҡытыусыһы, 1988 й. башлап Органик химия ин‑тында, 1992—96 йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында эшләй. 2000 й. алып Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑ның лаб. мөдире, 2004 й. — Нефттең химик механика үҙәгендә төп ғилми хеҙм‑р, 2006 й. — лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре нефть, тәбиғи газдарҙы табыу, уларҙы йыйыу, ташыу өсөн реагенттар булдырыуға арналған. П. ҡатнашлығында металл комплекслы катализ файҙаланып алкилпиридин, хинолин, фенантролин, металл эшкәртеү пр‑тиелары өсөн көкөртлө полифункциональ майлау присадкаларын синтезлау ысулдары эшләнә. П. етәкс. ПК‑Ф, ИКУ‑1М, ИКУ‑1С маркалы коррозия ингибиторҙары, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр (Неофор‑25, КСП‑202), ингибитор (Амельфор), тоҙ ҡатламдарын эреткес (РИД‑1), гель барлыҡҡа килтереүселәр (Гентан, АСС‑1) һәм нефть биреүсәнлеген арттырыусы эмульгаторҙар (БФАН‑1, Дисин‑1М) эшләнә. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт, 30 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Металлокомплексный катализ в синтезе пиридиновых оснований. М., 2003 (авторҙ.); Нефтепромысловая химия: осложнения в системе пласт‑скважина‑УППН. М., 2008 (авторҙ.).

      У.М.Джемилев

                                                               Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Яндекс.Метрика