ПРОЧУХАН Юрий Анатольевич (17.8.1951, Люберцы ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (1989), проф. (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй: 1980 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1983 й. — лаб. мөдире, 1999—2003 йй. юғары молекуляр берләшмәләр каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1993—2003 йй. химия ф‑ты деканы һәм 1994—99 йй. БР ФА‑ның Химия бүлеге акад.-секретары, 1995—2001 йй. Органик химия ин‑тының лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре майҙарға, мотор яғыулыҡтарына присадкалар булдырыуға, тиҙ полимерлашыу процестары макрокинетикаһын, химик производстволар экологияһын өйрәнеүгә арналған. П. тарафынан 300—1200 маркалы, ПБ һәм Октол сериялы түбән молекуляр полибутендар, алкилат, бутадиен каучугы алыу технологиялары, СКС, СКД маркалы синтетик каучуктар етештереү өсөн өйөрмәле аппарат‑бутағыстар эшләнә, улар “Салаватнефтеоргсинтез” (ҡара: Газпром нефтехим Салават), “Оргсинтез” (Сумгаит ҡ., Әзербайжан), “Каучук” пр‑тиеларында, Ефремов синтетик каучук з‑дында, Стәрлетамаҡ нефтехимия з‑дында, Куйбышев, Яңы Грозный, Яңы Куйбышев, Өфө, Ярославль НЭЗ‑дарында, Паинд‑Бенд ҡ. НЭЗ‑ында (АҠШ) индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 120 уйлап табыу авторы. Д.И.Менделеев ис. пр. лауреаты (1982).

Х е ҙ м.: Макроскопическая кинетика быстрых процессов полимеризации //Высокомолекулярные соединения. Серия А. 1989. Т.31. №9 (авторҙ.); Оптимизация молекулярных характеристик полимера в быстрых процессах полимеризации //Шунда уҡ. 1991. Т.33. №2 (авторҙ.).

С.В.Колесов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Яндекс.Метрика