ПРОСТАГЛАНДИНДАР, үҙәк циклопентан балдаҡлы, урын алмаштырыусылары, балдаҡта һәм сит яҡтағы сылбырҙа икеләтә бәйләнештәр төрлөсә урынлашҡан туйындырылмаған майлы С20 оксикислоталар. 20‑гә яҡын тәбиғи П. билдәле, улар кешенең аталыҡ орлоғонда, күп кенә умыртҡалыларҙа, умыртҡаһыҙҙарҙа, ҡайһы бер үҫемлектәрҙә табылған. Тәбиғәттә П. бай берҙән бер сығанаҡ — горгоний мәрйендәре (киптерелгәндән һуң ауырлыҡтың 1,5—2%‑ын П. тәшкил итә). Цикл төҙөлөшөнә, сикке төркөмдәрҙең төрөнә бәйләп А, В, С, D, Е, F, H, I, J типтағы П. айыралар. Майға оҡшаш шыйыҡлыҡ йәки түбән т‑рала иреүсе кристаллик матдә, күпселек органик эреткестәрҙә эрей (һыуҙа насар эрей). D, Е типлы П. һыу эретмәләрендә рН 4‑тән аҙ йәки 8‑ҙән күп булғанда транс‑ике бәйләнешенең күсеү мөмкинлеге м‑н еңел дегидратациялана. Бициклик П. һыу эретмәләрендә тотороҡло түгел. П. үҙ‑ара әүерелеүҙәрен тиҙләткән ферменттар билдәле. Организмда активлығын тиҙ юғалта, гомеостазды һаҡлауҙа, ауыртыу рецепторҙарына тәьҫир итеүҙә, иммунологик реакцияны көйләүҙә, бала табыу эшсәнлегендә ҡатнаша, ауырлы саҡта ҡарындағы баланың күкрәк көпшәһен асыҡ тотоуҙа ярҙам итә, үпкә көпшәһе һәм трахеяларҙың тартылыуына (F тибындағы П.) һәм киңәйеүенә (Е тибындағы П.) булышлыҡ итә, бешеү һәм башҡа травмалар арҡаһында барлыҡҡа килгән шешеү реакцияларын көсәйтә. П. тән т‑раһын күтәреүгә сәбәпсе була, тынысландырғыс тәьҫир бирә, ашҡаҙан аҫты биҙенең ферменттар секрецияһын стимуллаштыра, ашҡаҙан секрецияһын тотҡарлай, ҡайһы берҙәре вирусҡа, шешкә ҡаршы әүҙемлек күрһәтә. Төрлө П. синергист йәки антагонист булараҡ тәьҫир итә. Туйындырылмаған май кислоталары — аҙыҡ‑түлек сәнәғәте продукттары нигеҙендә ферментатив синтез м‑н; тулы (9—13 стадия; башлыса циклопентадиен нигеҙендә) һәм өлөшләтә (3—5 стадия; йомшаҡ диңгеҙ мәрйене Plexaura homomalla ҡайһы бер төрҙәре составындағы массаның 1,4% тиклем тәшкил иткән сығарылмалары нигеҙендә) химик синтез м‑н алалар. П. препараттарын һәм уларҙың сығарылмаларын эксперименталь һәм клиник мед. ауырҙы төшөрөр өсөн, бәпесләүгә ярҙам иткәндә, ашҡаҙан сей яраһы, бронхиаль астма һәм ҡайһы бер йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙары терапияһында, гемостазды коррекциялауҙа, яһалма ҡан әйләнешле операциялар ваҡытында һәм гемодиализда антикоагулянт итеп, П. ҡайһы бер сығарылмалары — ветеринарияла яһалма ҡасырыуҙа ҡулланыла. Башҡортостанда П. өйрәнеү Органик химия институтында алып барыла. Ф.А.Вәлиев, Н.С.Востриков, М.С.Мифтахов, Г.А.Толстиков һ.б. тарафынан дициклопентадиен (изопрен етештереү продукты) нигеҙендә сульпростон (ауырҙы иртә төшөрөр өсөн һәм бәпесләүгә ярҙам итеү сараһы итеп) һәм клопростенол (эстуфалан һәм клатрапростин ветеринар препараттарының тәьҫир иткән матдәһе; 1992 й. РФ Дәүләт пр. бирелә) алыуҙың эффектив схемаһы эшләнә.

М.С.Мифтахов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

Яндекс.Метрика