ПРОВИТАМИНДАР, витаминдарҙың биохимик элгәрҙәре. А (каротиноидтар), D (ҡайһы бер стериндар) төркөмө П. билдәле. Каротиноидтар (бактериялар, бәшмәктәр, ҡатмарлы төҙөлөшлөүҫемлектәр тарафынан синтезланған пигменттар) — буялған емештәрҙә, стериндар үҫемлек продукттарында (эргостерин), кеше һәм хайуан тиреһенең липидтары составында (7‑дегидрохолестерин) була. Каротин — үҫемлек сеймалы экстракцияһы, микробиол. һәм химик синтез м‑н, эргостерин — әсеткенән, 7‑дегидрохолестерин холестериндан экстракциялап алына. Тере организмдарҙа каротиндар биосинтез процесында окисланып тарҡалғанда А витамины, стериндар УФ‑нурҙар тәьҫирендә D витамины барлыҡҡа килтерә. П. — синтетик витамин алыу өсөн сеймал. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. уртаһынан БДМИ‑ла П. биол., физиол. йоғонтоһо өйрәнелә. 80‑се йй. каротолиндың — әлморон емешенән алынған препараттың — радиопротектор тәьҫире асыҡлана (К.З.Кинйәбулатова, Д.Н.Лазарева, Х.М.Насиров); составында А П. булған балан майы (Ф.С.Зарудий), Экзофит комплекслы үҫемлек төнәтмәһе (Т.И.Плеханова, К.А.Пупыкина) алыу технологияһы эшләнә. Биология институтында респ. терр‑яһында составында П. булған үҫемлектәрҙе (ҡара: Витаминлы үҫемлектәр) асыҡлау б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Өфө витамин заводында 1941 й. илдә берҙән‑бер әлморон емешенән каротин алыу цехы төҙөлә; 60‑сы йй. — каротолин һәм әлморон майы, 90‑сы йй. уртаһынан балан, һырғанаҡ майҙары (каротин м‑н каротиноид ҡатышмаһы) етештереү ойошторола. 1986 й. а.х. өсөн D3 П. һәм уның нигеҙендә D3 витамины етештереү үҙләштерелә. 1986–93 йй. Башҡортостан биохимия комбинатында синтетик этил спиртынан составында D3 П. булған мал аҙығы әсеткеһе алына. Тәбиғи сеймалдан булған П. концентраттары нигеҙендә “Чародейка” ААЙ‑ы 1980 й. алып кремдар, 2001 й. башлап шампундар һ.б. синтетик йыуыу саралары сығара. 90‑сы йй. П. экстракттары нигеҙендә Өфө нефть эшкәртеү заводында “Омелия” сауҙа маркаһы аҫтында продукция (шампунь, шыйыҡ һабын һ.б.) етештерелә.

Н.В.Кудашкина

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Яндекс.Метрика