ПРИСАДКАЛАР, аҙ күләмдә мотор яғыулыҡтарына (0,1%‑ҡа тиклем), техник майҙарға (25%‑ҡа тиклем), битумдарға, шыйыҡ металдарға уларҙың эксплуатация үҙенсәлектәрен арттырыу һәм оҙаҡ ваҡыт һаҡлар өсөн ҡушыла торған матдәләр. Яғыулыҡ өсөн тәғәйенләнгән П. — яныуҙы яҡшыртҡан (антидетонаторҙар һәм инициациялаған, ярашлы октан һанын һәм цетан һанын арттырған; көйөүгә, төтөнгә ҡаршы), һаҡлағанда, ҡулланғанда (антиокислаусылар, металл деактиваторҙары, диспергенттар) химик тотороҡлоҡто күтәреүселәр, механизмдарға, аппаратураға зарар килтерә торған тәьҫиргә ҡаршы (тутығыуға, туҙыуға ҡаршы), түбән т-раларҙа двигателдәрҙе ҡулланыуҙы еңеләйткән (депрессорлы, һыуҙы кристалландырмаусы, статикландырмаусы, биоцидтар), буяусы; май өсөн тәғәйенләнгән П. йәбешкәктәргә, окисланыуға, тутығыуға, туҙыуға, һыҙырылыуға ҡаршыларға бүленә. Мотор, турбина, компрессор майҙарына ш. уҡ йыуыусы, депрессор, күбекләнеүгә ҡаршы П., ҡайһы берҙә питтингыга ҡаршы, адгезион, радиацияға ҡаршы, деэмульгаторҙар һ.б. ҡушалар. Күп функциялы П. (ҡатнаш йәки комплекслы) бер юлы бер нисә үҙенсәлекте яҡшырта. Төрлө П., уларҙың синергизмының, антагонизмының функциональ тәьҫирен иҫәпкә алған П. пакеттары (композициялары) таралыу тапҡан. Металлургияла шлак барлыҡҡа килтергән, углеродландырған, окисландырған, легирлаған П. айыралар. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. башында Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда А.И.Карташевский етәкс. битум өсөн тәғәйенләнгән П. лаб. булдырыла, ул Стәрлетамаҡ дары етештереү з‑дында (ҡара: “Авангард”) ЦИАТИМ‑339 маркалы (Мәскәүҙә Бөтә Союз нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда уйлап табылған) май өсөн тәғәйенләнгән П., ВНИИНП‑360 маркалы май өсөн П., КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында Юл машина станцияһын етештереүҙе (ҡара: “Уфанефтехим”) ойоштороуҙа ҡатнаша. Окисландырыусы парафин нигеҙендә БашНИИ‑1, БашНИИ‑2 майҙары өсөн күп функциялы П. эшләнә (А.Г.Кашина, Э.С.Тетельбаум һ.б.), тәж.‑сәнәғәт партиялар алына, һынауҙар үткәрелә. БП сериялы адгезион П. уйлап табыла: анионоактив БП‑1 (гидротаҙартыу, окисландырыу үткән көкөртлө петролатумдан), катионоактив БП‑3 һәм ҡуш тәьҫирле БП‑2 (к‑таларҙың төрлө фракцияларынан, полиаминдарҙан), БП‑4 (хлорпарафиндарҙан, аммиактан). Р.С.Әхмәтова етәкс. тәж. партиялар алына. БП‑2 маркалы П. — КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында, илдә етештерелгән тәүге БП‑3 маркалы П. Бердянск нефть‑май з‑дында индерелә. Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында (Г.Н.Викторова, Ю.А.Кутьин) — БП‑3 М маркалы адгезион П. (Өфө аҙкүләмле нефть химияһы производстволарының тәжрибә заводында етештерелә), Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (У.М.Джемилев, Г.Н.Кириченко) — көкөрт, олефин нигеҙендә май өсөн һыҙырыуға, туҙыуға ҡаршы П. (“Автонормаль” пр‑тиеһында), ӨДНТУ‑ла (С.А.Ларионов) — статик электрҙың тупланыуын, уҡмашыуын кәметеү, ваҡланыу һәләтен арттырыу өсөн газ хәлендәге көкөрт өсөн П. уйлап табыла. БР‑ҙа ДФ‑11, КНД, ВНИИНП‑360, ВНИИНП‑354 маркалы П. — “Уфанефтехим” ААЙ, Нефтехим‑Б — БР ФА‑ның Тәжрибә заводы, Сондор маркаһын Нефтехим тәжрибә заводы сығара.

Р.Ғ.Ниғмәтуллин

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

Яндекс.Метрика