ПОТЕРЯХИН Владимир Александрович [2.3.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Верхотор а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 16.11.2013, Салауат ҡ.], инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1971). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1973). Журналистар союзы ағзаһы (1999). Грозный нефть ин‑тын тамамлаған (1958). 1951 й. алып Салауат нефтехимия комб‑тында эшләй: 1958 й. — катализаторҙар ф‑каһында смена нач., 1960 й. —  өлкән инженер‑технолог, 1965 й. —  тикшеренеү бүлеге мөдире, цех нач. урынбаҫары, цех нач., Тәжрибә з‑дының фән б‑са дир. урынбаҫары. 1971 й. башлап ӨНИ‑нең Салауат филиалында уҡыта (1973 й. тиклем декан урынбаҫары). 1984—88 йй. үҙе ойошторған Бөтә Союз органик синтез ҒТИ‑ның лаб. мөдире (Салауат ҡ.). Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть эшкәртеү һәм нефтехимияла каталитик процестарҙы ҡулланыу м‑н бәйле. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, 20 уйлап табыу авторы, “Башҡорт ҡайындары” әҙәби йыйынтығы (“Башкирские берёзы”; 2001, авторҙ.) һ.б. авторы. “Күп милләтле Санкт‑Петербург” Яҙыусылар союзының почётлы ағзаһы (2002).

   Хеҙм.: Мировой эфир. Уфа, 1999 (авторҙ.); Система химических элементов (история и современные проблемы). Уфа, 1999; Изящные идеи. Уфа, 2002 (авторҙ.).

 

      С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

                                                                                                                         

Яндекс.Метрика