ПОЛИЭТИЛЕНОКСИД, полиоксиэтилен, (—О—СН2—СН2—)n, этилен окисы полимеры. Түбән (мол. м. 200—40000; полиэтиленгликоль, карбовакс), юғары (мол. м. 100 мең — 10 млн; полиокс, алкокс) молекуляр П. айырыла. Йәбешкәк шыйыҡлыҡ (мол. м. 400‑гә тиклем), балауыҙға оҡшаш матдәләр, термопластар (2 мең һәм юғарыраҡ); кристаллашыу дәрәжәһе 93—95%, tиреү 65—72°С, tбыялаланыу —100°С алып (түбән молекуляр) —65°С тиклем (юғары молекуляр), тығыҙлығы 1120—1250 кг/м3. Ацетонитрилдә, бензолда һ.б., юғары т‑раларҙа спиртта, ацетонда һ.б., һәр ваҡыт һыуҙа эрей. Парафинда, гликолдә, глицеринда эремәй. Термо‑окисландырыу, термик (310°С юғары), механик, ш. уҡ галогендар, металорганик берләшмәләр, озон, пероксид тәьҫирендә тарҡала. Поликислота, сулема, тиомочевина, һелтеле металдар, һелтеле‑ер металдары тоҙҙары м‑н комплекстар барлыҡҡа килтерә. Түбән молекуляр П. — этилен окисын гликоль м‑н каталитик поликонденсациялап, артабан ректификациялап, юғары молекуляр П. этилен окисын массала йәки суспензияла каталитик полимерлаштырып алалар. Түбән молекуляр П. — углеводородтарҙы көкөртлө водородтан таҙартыу, ароматик углеводородтарҙы экстракциялау өсөн, ҡуйыртҡыс, бәйләүсе, косметика һәм дарыуҙар стабилизаторы итеп, антифриз, шартлаусан матдәләр, пластификаторҙар һ.б. етештергәндә; юғары молекуляр П. — мәғдәндәрҙе байытҡанда флокулянт һәм коагулянт, ҡаҙанлыҡ яғыулығы компоненты, саң барлыҡҡа килеүен кәметеү, нефть биреүсәнлекте арттырыу һ.б. өсөн агент итеп; П. эшләнгән плёнкаларҙы аҙыҡ‑түлек, буяу һ.б. төрөү өсөн ҡулланалар; П. ҡорап гидрогель алалар. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. ба‑ шында 18‑се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) этилен окисын этиленды кислород м‑н тура каталитик окисландырып етештереү (йылына 50 мең т) үҙләштерелә, П. сығарыу (этиленгликоль синтезының өҫтәмә продукты) башлана.

Ю.А.Прочухан

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 Текст на русском языке

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.