ПОЛИЭТИЛЕН, [—CH2—CH2—]n, этилен полимеры. Юғары (мол. м. 30—40 мең), урта һәм түбән (мол. м. 50 мең—1 млн) баҫымлы П. бүләләр, улар тармаҡланыу, кристаллашыу (60‑тан 90%‑ҡа тиклем), иреү т‑раһы м‑н айырыла. Аҡ төҫтәге термопласт, ағыулы түгел, 80°С юғарыраҡ т‑рала алифатик, ароматик углеводородтарҙа һәм уларҙың галоген сығарылмаларында эрей; радиоактив нурланышҡа сағыштырмаса тотороҡло, т‑ра, кислород һәм ҡояш радиацияһы тәьҫире аҫтында окислана йәки тарҡала; һаҡлау өсөн антиоксиданттар һәм яҡтылыҡ стабилизаторҙары индерәләр. Ныҡлы һәм һығылмалы, —120 алып 100°С тиклем т‑рала эксплуатациялана. Химик ныҡлығы мол. м., тығыҙлыҡҡа бәйле, һелтеләр, концентрациялы тоҙло, фторлы водород, органик к‑талар м‑н тәьҫирләшмәй, азот кислотаһы, хлор, фтор м‑н тарҡала. Урта (эретмәлә йәки суспензияла окисланған металл катализаторҙарында) һәм түбән баҫымлы П. ион‑координациялы, юғары баҫымлыны радикаль полимерлашыу м‑н алалар. Полимер плёнкалар, торбалар, электоризоляция, арматура, тара һ.б. етештергәндә ҡулланалар. Башҡортостан — илдәге эре юғары баҫымлы П. етештереүсе. 1960 й. Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) илдә тәүге тапҡыр юғары баҫымлы П. алына, 1965 й. уны торба реакторҙарында, 1967 й. автоклав етештереү үҙләштерелә. 1963 й. Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) юғры баҫымлы П. сығарыу ойошторола. БР‑ҙа П. етештереү күләме 2000 й. — 120, 2002 й. 135 мең т тәшкил итә. 10‑ға яҡын П. маркаһы, П. композициялары (ҡором тултырылған, антиоксиданттар м‑н), түбән молекуляр П. (ҡара: Балауыҙҙар) сығаралар. П. нигеҙендә әҙерләгән пр‑тиелар, “Башсантехмонтаж” тресы һ.б. йылыла бәләкәйләнә торған һәм махсус тәғәйенләнешле плёнкалар, һыуыҡ һыу бирә торған торбалар, кабель изоляцияһы, ярылыуға юғары тотороҡло материалдар һ.б. етештерә. Продукцияны Балаково, Мәскәү, Саранск, Һарытау ҡҡ.; Литваға, Венгрияға, Ҡытайға, Польшаға, Францияға ебәрәләр. 70‑се йй. БДУ‑ла, Химия ин‑тында П. синтезлау һәм уның үҙенсәлектәрен модификациялау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Циглер—Натт катализаторҙары составында юғары алюминорганик берләшмәләр ҡулланыу янғын хәүефен һәм процестың ҡушылмаларға һиҙгерлеген кәметергә (А.У.Байышева, Ю.А.Сангалов), титан һәм ванадийҙың күләмле силоксан радикал м‑н берләшмәһе процесты стабилләштерергә, аҙ тармаҡланған һәм юғары мол. м. П. алырға, уны эшкәртеүҙе еңелләштерергә (А.И.Ильясова, Сангалов) мөмкинлек биреүе асыҡлана. Майҙар өсөн ҡуйыртыусы, һыҙырыуға ҡаршы присадкалар, елем компоненттары (Ильясова, Сангалов, Ю.Б.Ясман) алыр өсөн хлорлап, көкөртләп, эпоксидлап П. модификациялары эшләнгән. Тоҙ катализаторҙарында икенсел П. термокаталитик деструкцияһы өйрәнелә (ҡара: Икенсел полимер сеймал), эретмә, яғыулыҡ, өҫтәмә итеп С4 шыйыҡ углеводород ҡатышмаларын алыу мөмкинлеге күрһәтелә (С.Р.Иванова, К.С.Минскер). Икенсел П. һәм уның көкөрт м‑н ҡатышмаларын полимер онтаҡтары алыу һәм артабан уларҙы изделиелар (“Элон” түбә материалы һ.б.) һәм ныҡлы, һығылмалы, адгезиялы композициялар (С.В. Колесов, Р.М.Әхмәтханов) итеп эшкәртеү өсөн күсешле деформация ысулы тәҡдим ителә.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика