АҪҠАР, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Аҫҡар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 49 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 161 км алыҫлыҡта Кесе Нөгөш й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 194 кеше; 1920 — 479; 1939 — 268; 1959 — 215; 1989 — 430; 2002 — 523; 2010 — 487 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең (уның улдары Арыҫланғол һәм Таңғатар Аҫҡаровтар билдәле) исеме м‑н аталған. 1815 й. бында Стәрлетамаҡ өйәҙенән бер нисә ғаилә килеп урынлаша. Шулай уҡ Абдулйәлил, 2‑се А. исеме м‑н билдәле булған. 1866 й. 55 йортта 284 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, солоҡсолоҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. С.М.Ғәбиҙуллин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов