ПОЛИЦИКЛИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, 3 йәки күберәк атомдан торған 2, 3 һәм күберәк цикллы химик берләшмәләр. Нефттә, тәбиғи асфальтта, битумдарҙа, ылыҫлылар ыҫмалаһында, эфир майҙарында, хайуан һәм үҫемлек организмдарында бар. Органик булмаған (составында углерод атомдары юҡ; циклдарҙы айырым атомдар, мәҫ., бор, көкөрт, ш. уҡ уларҙың төркөмсәләре — координацияланған полиэдрҙар, мәҫ., силикаттар, конденсирланған фосфаттар, барлыҡҡа килтерә) һәм органик (циклдар углерод атомдарынан ғына торған карбоциклик берләшмәләр, ҡара: Алициклик берләшмәләр, Ароматик берләшмәләр; циклында углерод атомынан тыш 1 йәки бер нисә икенсе төрлө атом булған гетероциклик берләшмәләр) П.б. айырыла. П.б. циклдар бер береһенән айырылған (мәҫ., стильбен), бер ябай бәйләнеш м‑н бәйләнгән (мәҫ., дифенил) булыуы, конденсирланған йәки мостиклы берләшмәләр (ҡара: Каркас структуралы берләшмәләр) тибы б‑са бер нисә башҡа атом м‑н бәйләнгән 1 (спиробәйләнгән), 2 (конденсирланған йәки ҡушылған; мәҫ., нафталин), 3 йәки күберәк (мостиклы) уртаҡ атомлы булыуы мөмкин. П.б. айырым төркөмөн катенандар (2 йәки күберәк цикл сылбыр быуындарына оҡшатып бер береһенә кейҙерелгән), ротоксандар (молекулалар циклдан һәм цикл аша кейҙерелгән асыҡ сылбырҙан тора) һәм циклофандар (алифатик сылбырҙар йәки гетероатомдар м‑н бәйләнгән ароматик йәки гетероароматик ҡулсаларҙы үҙ эсенә алған макроциклик берләшмәләр) тәшкил итә. П.б. химик үҙенсәлектәре уларҙы барлыҡҡа килтергән атомдарҙың һәм уларҙағы функциональ төркөмдәрҙең тәбиғәтенә бәйле. Күп П.б. өсөн төрлө конформациялар булыуы, циклдың көсөргәнеше хас. Башҡортостанда П.б. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлана. НИИнефтехимда В.Н.Кулаков етәкс. — нефть нафталины, Б.И.Голованенко етәкс. 2‑нафтол алыу технологияһы эшләнә; Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология институтында П.б. нигеҙендә ленацил, бифен гербицидтарын алыу технологияһы уйлап табыла, ин‑ттың тәж. з‑дында уларҙы етештереү үҙләштерелә. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда — асфальтендар, ӨНИ‑лә нафтен углеводородтары тикшерелә. 90‑сы йй. башынан Экология үҙәгендә, БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда суперэкотоксиканттарҙың, ш. иҫ. диоксиндарҙың, системалы экологик мониторингы алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Конденсирланған ароматик берләшмәләр, Бензпирен.

Р.И.Хөснөтдинов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова


 

 

 

 

Яндекс.Метрика