ПОЛИСТИРОЛ, [—СН2—СН(С6Н5—]n, һыҙыҡлы төҙөлөшлө стирол полимеры. Төҫһөҙ, ҡаты термопласт, мол. м. 30—500 мең, полимерлашыу дәрәжәһе 600—2500, ағыусанлыҡ индексы 2—30, тығыҙлығы 1050 кг/м3, tбыялаланыу 93°С. Мономерҙа, кетондарҙа, ҡатмарлы эфирҙарҙа, ароматик һәм хлорлы алифатик углеводородтарҙа, көкөртлө углеродта, пиридинда һ.б. эрей, түбән спирттарҙа, гликолдәрҙә, алифатик углеводородтарҙа, ябай эфирҙа, фенолда эремәй. Һелтеләр, тоҙ кислотаһы, тоҙ эретмәләре тәьҫиренә тотороҡло, ҡуйыртылған азот кислотаһы, боҙ хәлендәге уксус кислотаһы тәьҫиренә тотороҡһоҙ. 200°С термик окислана, 260°С юғарыраҡ т‑рала термик тарҡала, 160°С тирәһендә кислород ҡатнашлығында механик‑химик деструкция бара. Радиоактив нурланышҡа тотороҡло, УФ‑нурланышҡа тотороҡһоҙ. Яныусан, ағыулы түгел, яҡшы диэлектрик сифаттары бар, мурт, һыуҙы аҙ һеңдерә, еңел эшкәртелә, формалана, буяла. Сәнәғәттә массала, суспензияла, эмульсияла радикаль полимерлашыу юлы м‑н алына. Прибор панелдәре, төҙөлөш фурнитураһы, дарыуҙар, аҙыҡ‑түлек, балалар уйынсыҡтары һ.б. өсөн көплөк, пенополистирол (ҡара: Йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар һәм изделиелар) етештереүҙә конструкция материалы итеп; стиролдың икеләтә (бутадиен м‑н), өсләтә сополимерҙары (мәҫ., бутадиен, акрилонитрил м‑н) һуғылыуға ныҡлы конструкция пластиктары итеп ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) П., 70‑се йй. һуғылыуға ныҡлы һәм күбекләндергес П. етештереү үҙләштерелә; 1986 й. АБС‑пластик ала торған ҡоролмаларға реконструкция үткәрелә. 2007 й. һуғылыуға ныҡлы П. етештереү күләме йылына 70, күбекләндергес П. — 50 мең т тәшкил итә (РФ‑та етештерелгән П. 14,44%‑ы). “Каустик” ААЙ стирол һәм малеин ангидриды сополимеры — стиромаль, сополимерҙың Бустиран бутил спирты м‑н этерификациялау продукты етештерә.

С.В.Колесов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Яндекс.Метрика