ПОЛИПРОПИЛЕН, [‑СН2‑СН(СН3)‑]n, пропилен полимеры. СН3‑төркөмдәренең арауыҡта урынлашыуына ҡарап изоактик (мол. м. 700 мең тирәһе, кристаллашыу дәрәжәһе 73—75%) һәм атактик (мол. м. төрлөсә, аморф) П. айыралар. Төҫһөҙ термопласт, тығыҙлығы 920—930 кг/м3, tиреү 175°С, ағыулы түгел, һыу, күп эреткестәр һәм минераль мөхит тәьҫиренә тотороҡло (ҡуйыртылған азот, көкөрт к‑таларынан, хром ҡатышмаһынан башҡа). Юғары  диэлектрик, түбән газ һәм пар үткәреүсәнлек, туҙыуға һәм һыуыҡҡа сыҙамлылыҡ сифаттарына эйә. Термостабилле, 100°С юғарыраҡ т‑раларҙа, ҡояш радиацияһы һәм кислород тәьҫирендә окислана һәм емерелә. Циглер—Натт катализаторҙарында эретмәлә, газ фазаһында йәки ялған шыйыҡландырылған ҡатламда ион‑координациялы полимерлашыу м‑н алалар. Экструзия, ептәрҙе формалау һ.б. м‑н эшкәртелә (ҡара: Полимерҙар эшкәртеү). Төрлө өҫтәмәләр (ҡара: Тулыландырылған полимерҙар, Каучуктар) һәм армирлаған матдәләр (ҡара: Композициялы материалдар), т‑ра һәм мех. тәьҫирҙәрҙең киң диапазонында юл, торлаҡ төҙөлөшөндә, плёнкалар, таралар, төрөү материалдары, мебель, мед. техникаһы, приборҙар етештереүҙә П. файҙаланыу мөмкинселеген бирә. Башҡортостанда 1996 й. “Уфаоргсинтез” ААЙ‑нда Өфө НЭЗ‑ының пропан‑пропилен фракциялары нигеҙендә изотактик П. етештереү үҙләштерелә. Пропиленды полимерлаштырыуҙы тоҡан рәүешендәге реакторҙа шыйыҡ фазала (баҫым 34 атм., т‑ра 70оС) катализаторҙар ҡатнашлығында башҡаралар (титан‑магний тоҙо калийалюмин һ.б. өҫтәмәләр м‑н бергә булғанда). П. 73 маркаһын (һатыуҙағы исеме Бален) 3 төрҙә етештерәләр: пропилен гомополимеры, блоксополимер һәм пропилендың этилен м‑н статистик полимеры. Етештереү күләме 2000 й. 96, 2002 й. — 84, 2007 й. — 100 мең т тәшкил итә. Продукция РФ төбәктәренә, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә. БР‑ҙа П. һыу м‑н тәьмин итеү торбалары (“Башсантехмонтаж” ААЙ‑ы), энә м-н тегеүгә яраҡлы Сормат туҡымаһы (“Туймазытекс” АЙ‑ы), таҫмалар һәм тоҡтар (“Уфанефтехим” ААЙ‑ы) етештереүҙә ҡулланыла. 70‑cе йй. ӨАИ‑ла композиттар етештереүҙә П. еп итеп файҙаланыу (Ю.С.Первушин), 80‑се йй. Химия ин‑тында — П. иретмәләре м‑н пентапласт ҡатышмалары (А.И.Ильясова, Н.М.Ишморатова,  Ю.А.Сангалов), энтомологик елем составында эффектив структура барлыҡҡа килтереүсе сифатында (Т.В.Романко, Сангалов), 90‑се йй. БДУ‑ла япмаларҙы туҙан м‑н ҡаплар өсөн юғары дисперслы онтаҡтар алыуҙа П. ҡулланыу (Р.М.Әхмәтханов,С.В.Колесов) тәҡдим ителә. 90‑сы йй. Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында П. һәм ауыр нефтепродукттар (гудрон, битум) нигеҙендәге композицияларҙың физик‑химик тотороҡлолоғо факторҙары, пластификатор индереү юлы м‑н уларҙа молекула‑ара тәьҫир итешеүҙе көйләү ысулдары өйрәнелә (Н.Г.Будрина, М.Ю.Доломатов).

             Әҙәб.: Иванюков Д.В., Фридман Ф.Л. Полипропилен (свойства и применение). М., 1974.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Яндекс.Метрика