ПОЛИПИПЕРИЛЕН, пиперилен полимеры. Мол. м. 200 мең—1,5 млн, tбыялаланыу яҡынса —50°С, асыҡ һары төҫтә, ҡушылмалары юҡ. Пипериленды массала, эретмәлә (ароматик углеводородтарҙа катализаторҙар — литийалкилдар ҡатнашлығында), эмульсияла полимерлашыу юлы м‑н алалар. Комплекслы стереоспецифик катализаторҙарҙа синтезланған П. плёнкалары ныҡ, окисланыуға сыҙам булыуы м‑н айырыла. П. кабелдәрҙе изоляциялау, аяҡ кейемдәре һ.б. өсөн резина етештереүҙә ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. Химия ин‑тында туйындырылғанлығы көйләнгән П. модификациялары (В.Э.Вассерберг, И.Ф.Гладких, Э.М. Нелькенбаум, Ю.Я.Нелькенбаум, И.Ю. Понеделькина, Т.В.Романко, Ю.А.Сангалов, Ю.Б.Ясман) алына. Транс‑П. синтезлауҙың каталитик системалары (В.Г. Козлов, Э.А.Литовская, В.Ғ.Марцина, К.С.Минскер, Ю.Б.Монаков, И.Р. Муллағәлиев, Б.И.Пантух, С.Р. Рафиҡов, В.А.Розенцвет, Н.Н.Сигаева, Г.А.Толстиков) булдырыла. Лантаноид катализаторҙар ҡатнашлығында цис‑П., ванадий‑титан катализаторҙары ҡатнашлығында транс‑П. (пиперилендың бүленмәгән изомерҙарының сәнәғәт ҡатышмаһынан) алыу ысулы тәҡдим ителә; изопрен каучук нигеҙендәге цис‑П. (15—20%) өҫтәмәләре м‑н СКИ‑3 маркалы резина ҡатышмалары юғары когезион ныҡлыҡҡа эйә (ш. иҫ. активлығы түбән тултырғыс ҡулланған осраҡта), транс‑П. (10—15%) өҫтәмәләре м‑н — адгезион һәм когезион ныҡлыҡҡа эйә, был осраҡта транс‑П. цис‑П., тәбиғи каучукты үтеп китә. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”) пиперилен нигеҙендә олигомерҙар (Б.А.Зорин, Б.Л.Ирхин, С.Г. Морозова, С.Д.Спицына, С.А.Чаусов, Л.Д.Чупракова), пипериленды олигомерлаштырыу катализаторҙары (Ю.П.Баженов, Морозова, Чупракова) алыу технологияһы эшләнә һәм етештереүгә индерелә. Пиперилен фракцияһы — нефть продукттары өсөн эреткес, синтетик каучуктар, латекстар, лактар, буяуҙар һ.б. етештереү өсөн сеймал (“Каучук” ЯАЙ), П. нигеҙендә — әлифтәр етештереүҙә ҡулланылған үҫемлек майын алмаштырыусы, йәки СКОП (Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы) һәм СКОП‑К (“Каучук” ЯАЙ) маркалы синтетик каучуктар, СКОП маркалы синтетик каучук нигеҙендә әлифтәр (Стәрлетамаҡ нефтехимия з‑ды), Пентоль (“Каучук” ЯАЙ) етештерәләр.

Н.Н.Сигаева

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Яндекс.Метрика