ПОЛИОЛЕФИНДАР, олефиндарҙың гомо‑ һәм сополимерҙары. Төҙөлөшөнә, мономер төрөнә бәйле α‑олефин һәм эске икеләтә бәйләнешле олефин полимерҙары, түбән (С2—С4) һәм юғары (С5 һәм юғары) олефиндар, һыҙыҡлы һәм тармаҡланған төҙөлөшлө, алифатик, алициклик, ароматик һәм икеләтә бәйләнештә булған башҡа урын алыштырыусы П. айырыла. П. полиэтилен, полипропилен, этилен‑пропиленлы сополимер, полибутен‑1, полиизобутилен, поли‑3‑метилбутен‑1 һәм поли‑4‑метилпентен‑1, түбән олефиндарҙың юғарылары м‑н сополимерҙары һ.б. инә. П. — термопластар, тығыҙлығы 0,9—1 кг/м3, агрессив мөхит тәьҫиренә тотороҡло, юғары диэлектрик, түбән дым һәм газ үткәреүсәнлек, түбән адгезия, юғары булмаған ҡатылыҡ үҙсәнлектәренә эйә, кислород һәм УФ‑нурланыш йоғонтоһонда деструкция үҙенсәлеге м‑н айырылып тора. Хлорлау, бромлау һ.б. реакцияларға инә. Нефть һәм уны эшкәртеү продукттары П. етештереүгә сеймал булып тора. П. анион‑координациялы, радикаль һәм катион полимерлашыу м‑н алына. Экструзия, баҫым аҫтында ҡойоу һ.б. юл м‑н эшкәртелә (ҡара: Полимерҙар эшкәртеү). Полимер плёнкалар, торбалар, таралар һ.б. алыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда түбән олефиндар — полиизобутилен, полипропилен, полиэтилен, этиленпропиленлы каучук нигеҙендә П. етештереү үҫеш ала. 70‑се йй. Химия ин‑тында поли‑3‑метилбутен‑1 алыу ысулдарын эҙләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Циглер— Натт катализаторҙарын файҙаланып, уны синтезлау ысулы тәҡдим ителә (К.С.Минскер), уның деструкцияһының термик һәм термоокисланыу процестары (Минскер), рентген һәм УФ‑нурланыш ваҡытында термолюминесценция (В.П.Казаков, В.Н. Коробейникова) өйрәнелә.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Яндекс.Метрика