ПОЛИМЕРЛАШЫУ, мономер молекулаларын актив үҙәккә эҙмә‑эҙлекле тоташтырып юғары молекуляр берләшмә алыу процесы; сылбырлы реакция, кинетик сылбырҙың үҫеше макромолекуланың материал сылбыры үҫеше м‑н оҙатыла. Мономерҙар һанына ҡарап гомо‑ (1) һәм со‑ (2 һәм унан да күберәк) П., актив үҙәк тибы б‑са — радикаль (ирекле радикалдар), ионлы (иондар, полярлашҡан молекулалар; төрҙәре: анионлы, катионлы, ионкоординацион) П. айыралар. Стереоспецифик П. стереорегуляр полимерҙар алыу өсөн ҡулланыла. П. инициирлау (инициаторҙар, катализаторҙар, ионлаштырыусы, йылылыҡ, электромагнит һ.б. нурланыш тәьҫире аҫтында актив үҙәктәр барлыҡҡа килеү), үҫеү (мономер молекулаларының актив үҙәккә күп тапҡыр ҡушылыуы), өҙөлөү (бер актив үҙәкте икенсеһе м‑н активһыҙлаштырыу) йәки тапшырыу (үҫеүсе макромолекуланың актив үҙәге мономерға, эреткескә, полимерға һ.б. күсә) сылбырҙары стадияларын үҙ эсенә ала. П. ваҡытында С=С, С=О, С=N һ.б. ҡалдыҡһыҙ бәйләнештәр, циклик төркөмдәр асыла (ионлы‑координациялы П. мономерҙы актив үҙәккә индереү уның координацияһы унда алдан булыуға бәйле); ҡайһы берҙә сылбырҙы тапшырғанда — ингибирлау, тапшырыусыларҙы күпләп индергәндә — теломеризация барлыҡҡа килә. Агрегат хәленә ярашлы П. реакцион мөхиттәрен массала йәки блокта (эреткес булмағанда шыйыҡ мономер П.), һыулы дисперсияларҙа (эмульсион, суспензион), тулыландырыусыларҙа, эретмәлә (радикаль, ионлы инициаторҙар йәки диспергирланған, гранулаланған ҡаты катализаторҙар тәьҫирендә), ҡаты (ионлаштырыусы нурланыш) йәки газ (ионлаштырыусы нурланыш йәки ҡаты катализатор өҫтөндә) фазаларында, каналлы комплекстарҙа (мочевина) һ.б. атҡаралар. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. Химия ин‑тында Ю.Б.Монаков етәкс. диендарҙың ионлы‑координациялы П. һәм винил мономерҙарының комплекслы‑радикаллы П. тикшерелә башлай, синтетик гуттаперча, полихлоропрен алыу ысулдары эшләнә, ионлы‑координациялы каталитик системалар составындағы актив үҙәктең күсемһеҙ металл берләшмәләренең роле асыҡлана, тәүге тапҡыр уларҙың күп үҙәкле булыуы иҫбат ителә, актив үҙәктәрҙең һанына тәьҫир иткән факторҙар асыҡлана, винил мономерҙар нигеҙендә комплекслы‑радикаль П. ысулы м‑н юғары стереорегуляр булған полимерҙар алыу мөмкинлеге күрһәтелә. “Каучук” ЯАЙ‑нда синтетик каучуктар етештереү өсөн радикаль, стереоспецифик П., “Каустик” ААЙ‑нда суспензион П. — поливинилхлорид, гомополимерлашыу — полиэлектролит; “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда радикаль П. — полиэтилен, сополимеризация — полистирол, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑нда радикаль П. — полиэтилен, ионлы‑координациялы — полипропилен һәм этилен‑пропилен каучук, “Авангард” пр‑тиеһында тулыландырыусыларҙа П. — компанор етештереү өсөн ҡулланыла.

Н.Н.Сигаева

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Яндекс.Метрика