ПОЛИМЕРҘАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ, эшкәртеү, һаҡлау, ҡулланыу шарттарында полимерҙың йәки полимер материалдың деструктив факторҙар йоғонтоһона (йылылыҡ, яҡтылыҡ, кислород, озон, механик көсөргәнеш һ.б.) тотороҡлоғон арттырыу ысулдары йыйылмаһы. Химик (полимерҙарҙың иҫкереүенә килтергән химик процестарҙың тиҙлеген кәметер өсөн стабилизаторҙар индереү), физик (өҫтәмәләр индереү, механик йәки термик эшкәртеү юлы м‑н уның структураһын үҙгәртеү, һаҡлағыс ҡаплауҙар ялатыу) П.с. айырыла. Емерә торған факторҙарҙан һаҡлау төрө б‑са стабилизаторҙарҙы антиоксиданттарға, антиозонанттарға, антирадтарға, термо‑, фотостабилизаторҙарға һ.б., химик тәбиғәте б‑са — фенол антиоксиданттарына, эпоксиберләшмәләргә, металлы, органик стабили‑ заторҙарға һ.б. бүлеп йөрөтәләр. Полимерҙы синтезлағанда стабилизаторҙарҙы мономерға, полимерҙар эшкәртеүҙә — иретмәһенә индерәләр. Эффектив стабилизаторҙар эшкәртеү технологияһына, материалдарҙы эксплуатациялау үҙенсәлектәренә йоғонто яһамай, кәрәкле иреү т‑раһына, 300‑ҙән кәм булмаған мол. м., компоненттарҙың тап килеүенә, ваҡланыуға һ.б. эйә. Стабилизаторҙар, башлыса, полифункционалдар, ҡайһы берҙәренең тәьҫире деструкция эҙемтәләрен (түбән молекуляр продукттар бүлеп сығарыу, полимерҙың төҫөн үҙгәртеү һ.б.) бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Синергизм (стабилләштереү тәьҫирен бергәләп көсәйтеү) һәм антагонизм эффектын, полимерҙарҙың оптималь технологик һәм эксплуатация күрһәткестәренең тәьмин ителеүен иҫәпкә алып, стабилизаторҙарҙың төрлө ком‑ бинацияларын ҡулланалар. Башҡортостанда Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы П.с. өсөн үҙ сеймалы нигеҙендә (2,4‑дитретбутилфенол, 2,6‑дитрет‑бутилфенол, n‑третбутилфенол) Агидол маркаһындағы феноллы антиоксиданттар, “Каустик” ААЙ металл стеараттары етештерә. БР‑ҙа стабилизаторҙарҙы поливинилхлорид нигеҙендәге материалдар (“Искож”, “Каустик” ААЙ‑лары); резина‑техник изделиелар (Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы) етештереүсе пр‑тиелар ҡуллана. “Каустик” пр‑тиеһында поливинилхлорид нигеҙендәге материалдарҙы бүленеп сыҡҡан хлорлы водородты металл тоҙҙары м‑н бәйләп, эйәртеүле икеләтә бәйләнештең хромофор системаларын малеин к‑таһы тоҙҙары м‑н реакцияға индереп, оптик ағартҡысар м‑н төҫһөҙләндереп стабилләштерәләр.

С.В.Колесов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Яндекс.Метрика