ПОЛИМЕРҘАРҘЫ ПЛАСТИФИКАЦИЯЛАУ, түбән молекуляр һәм (йәки) олигомер матдәләрҙе (пластификаторҙар, эластомерҙар өсөн — йомшартҡыстар) индереү юлы м‑н полимерҙарҙың һығылмалылығын, үҙлелеген күтәреү. П.п. төп шарты — полимер м‑н пластификаторҙың термодинамик тап килеүе; ҡайһы ваҡыт сикләнгән тап килгән матдәләр ҡулланыла. П.п. ваҡытында макромолекулаларҙың һығылмалылығы, хәрәкәтсәнлеге көсәйеүе, уларҙа релаксация ваҡытының кәмеүе полимерҙарҙың быялаланыу т‑раһын кәметеүгә, ағыусанлығын, мурт булыуын, физик‑механик үҙенсәлектәрен үҙгәртеүгә килтерә (юғары һығылмалы булыу һәләтен күтәреү, ш. иҫ. мәжбүр ителгән деформацияларға ла, һыуыҡҡа сыҙамлыҡ, һығылыусанлылыҡ, механик ныҡ булыу модуленең кәмеүе, диэлектрик сифаттарҙың насарайыуы); иретмәләрҙең йәбешкәклеген кәметеү — полимерҙар эшкәртеү т‑раһын түбәнәйтеүгә килтерә. Ҡайһы бер ҡаты сылбырлы, быяла һымаҡ хәлдәге полимерҙарҙа поляр атомы булған пластификаторҙарҙың билдәле бер концентрацияһында полимерҙың механик үҙенсәлектәренең кирегә үҙгәреүе күҙәтелә (антипластификация): һығылмалылыҡ модуле, ҡайһы ваҡыт ныҡлығы арта, өҙөлгәндә оҙонайыу, һуғылыуға йәбешкәклеге кәмей. П.п. өсөн осмаусан, химик инерт булған продукттар, нигеҙҙә, полимерҙарҙың юғары ҡайнаусан эреткестәре файҙаланыла (о‑фталь, адипин, себацин һ.б. дикарбон к‑талары, фосфор к‑таһы һәм бер-, ике атомлы спирттар, С7—С13спирттары фракциялары эфирҙары һ.б., фенолдар); ш. уҡ минераль майҙар, таш күмер һәм ағас эшкәртеү материалдары (кумароноинден ыҫмалалары, сайыр), эпоксидланған үҫемлек майҙары һ.б ҡулланыла. Лимон к‑таһы эфирҙары нигеҙендәге ағыулы булмаған биоемереүсе пластификаторҙар иң перспективалы һанала. П.п. полимерҙарҙы эретмәлә йәки пластификатор эмульсияларында диспергирлау, уны полимерлашыу йәки поликонденсация ваҡытында мономерҙарға өҫтәү м‑н, полимерҙы эшкәртеүгә тиклем йәки эшкәртеү процесы барышында полимер композицияһына индереү һ.б. юлдар м‑н башҡарыла. Пластик массаларҙың, поливинилхлоридтың механик үҙенсәлектәрен модификациялау өсөн (етештерелгән пластификаторҙарҙың 70%‑ына тиклем), резиналар һәм резина‑техник изделиелар, лак һәм лак‑буяу материалдары етештереүҙә файҙаланыла. Башҡортостанда “Газпром нефтехим Салават” ААЙ 1976 й. алып ДАФ‑789, ДАФ‑810, ДАФ‑8 маркалы диалкилфталаттар, Башҡортостан нефтехимия компанияһы — ПН‑6, МП‑604, МП‑75 (эластомерҙар өсөн), С‑15, С‑9 (химик сүстәр етештереү өсөн), Эфир ЛЗ‑7, Эфир №2 маркалы май‑пластификаторҙар сығара. 1980 й. башлап “Авангард” пр‑тиеһы ди‑(2‑этилгексил)фталат етештерә. “Авангард”, “Искож”, “Каустик”, “Каучук”, “Газпром нефтехим Салават”, “Уфанефтехим”, “Уфаоргситез”, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы һ.б. пластификаторҙарҙы төп ҡулланыусылар булып тора.

М.И.Абдуллин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Яндекс.Метрика