ПОЛИМЕРҘАРҒА ХИМИКАТӨҪТӘМӘЛӘР, полимерҙарҙа диспергирланған һәм уларҙың молекуляр структураһын үҙгәртмәгән химик матдәләр. Тәғәйенләнеше б‑са антиоксиданттар, ‑озонаттар, ‑пирендар, ‑радтар, ‑статиктар, күбекләндергес һәм тиксотроп агенттар, лубриканттар (майҙар), модификаторҙар, йомшартҡыстар, тулыландырыусылар, ҡатырғыстар (ҡара: Ҡораулы полимерҙар), пластификаторҙар (ҡара: Полимерҙарҙы пластификациялау), өҫкөйөҙҙә актив матдәләр, пигменттар, күҙәнәк һәм структура барлыҡҡа килтереүселәр, иҫкереүҙе иҫкәртеүселәр (ҡара: Полимерҙарҙың иҫкереүе), шыйыҡлағыстар, эреткестәр, синтетик буяуҙар, термо‑ һәм яҡтылыҡ стабилизаторҙары (УФ‑абсорберҙар, экранлаған өҫтәмәләр, хромофор төркөмдәрҙең  ярһыу хәлен баҫыусылар һ.б.; ҡара: Полимерҙарҙы стабилләштереү), вулканизацияны, пластикацияны тиҙләтеүселәр һәм уларҙың агенттары һ.б. айырыла. Уларға полимерлашыу инициаторҙары, катализаторҙары инмәй. Полимерҙың, полимер материалының технологик һәм эксплуатация үҙсәнлектәрен көйләү өсөн синтез стадияһында, полимерҙар эшкәртеүҙә массанан 0,1—120% күләмдә индерәләр йәки әҙер материалдың, изделиеның өҫкө йөҙөнә ялаталар. Башлыса П.х.‑ө. (синергик эффект бирә) комбинацияларын (ҡайһы ваҡыт һаклау тәьҫире стабилизаторҙарҙың әүерелеү продукттары үҙенсәлектәре м‑н билдәләнә) файҙаланалар, уларҙың оптималь йыйылмаһы йыуыла алыу, осоусан ағыулы, стабилль, яраҡлы булыу, ш. уҡ полимерҙың төрө, тәғәйенләнеше, эшкәртеү ысулы м‑н бәйле. Ағас плиталар, лак һәм лак‑буяу материалдары, линолеум, органик булмаған полимерҙар, органик быяла, пластикат, пластик массалар, полимерҙар, полимер елемдәр, полимер плёнкалар, резиналар һәм резина‑техник изделиелар, фоторедукциялаусы плёнкалар, синтетик каучуктар, химик сүстәр һ.б. етештерер өсөн файҙаланыла. Яңы өфө нефть эшкәртеү заводы, “Уфанефтехим” ААЙ‑ы йомшартҡыс майҙар (МП‑604, МП‑75 маркалы), май‑пластификаторҙар (Эфир ЛЗ‑7, Эфир №2, ПН‑6Ш, ПН‑6К), химик сүстәр етештерер өсөн майҙар (С‑9, С‑15), көкөрт, һаҡлаусы балауыҙ; Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы — Агидол сериялы антиоксиданттар, Пироль ыҫмалалары (кибеүҙе тиҙләткес), Октофор‑N (плёнка барлыҡҡа килтергән, резинаның йәбешеүсәнлелеген көсәйтә), түбән молекуляр каучуктар (металға, полимерҙарға һ.б. адгезияны күтәрә), Крафанил У каучуктар стабилизаторы; “Каучук” пр‑тиеһы — пигмент, “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑ы — пиролиз ыҫмалаһы, диалкилфталаттар; “Каустик” — хлорланған парафиндар, һелтеле‑ер металдары стеараттары, елем һәм пластизолдәр етештереү өсөн органобентониттар; “Сода”, “СТЕКЛОНиТ”, “Туймазытехуглерод” — төрлө тулыландырыусылар етештерә. “Авангард” ФДУП ПБ 1995 й. тиклем поливинилхлорид пигменттарының суперконцентраттарын етештерә (М.И.Абдуллин). Химия ин‑тында П.х.‑ө. сифатында ди‑, три‑, тетракарбон к‑талары һәм уларҙың сығарылмалары (О.С.Куковинец, В.Н.Одиноков, Г.А.Толстиков һ.б.), цис‑, транс‑полипиперилендар; Стәрлетамаҡ тәж.‑сәнәғәт нефтехимия з‑ды м‑н берлектә антиоксиданттар етештереү технологияһы (У.М.Джемилев, Б.И.Пантух, Г.И.Рутман, Толстиков һ.б.) тәҡдим ителә. БДУ‑ла поливинилхлорид нигеҙендә материалдарға П.х.‑ө. эшләнә (Абдуллин, С.В.Колесов, К.С.Минскер), Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында күбекләндергес (азодикарбонамид) етештереү, Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда — һаҡлаусы балауыҙ (В.В.Воробьёва, Б.А.Соболев, И.И.Черек) технологияһы эшләнә. 20 б. 70‑се йй. аҙ. ӨНИ‑лә П.х.‑ө. лак‑буяу материалдары етештереү технологияһын эшләгәндә ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Аҙ күләмлехимия продукттары.

М.И.Абдуллин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Яндекс.Метрика