ПОЛИМЕР ПЛЁНКАЛАР, ҡалынлығы 0,3 мм тиклем булған полимерҙарҙың тотош ҡатламы. Ориентирланмаған (изотроп), бушаҡ һәм ике нигеҙгә ориентирланған П.п. айырыла. Химик, термик, радиацион сыҙамлылыҡҡа, юғары диэлектрик, оптик, т‑раға ярашлы киңәйеү‑тарайыу һ.б. үҙенсәлектәргә эйә булырға тейеш. Бер ҡатлылары — иретмәләрҙе экструзиялап, шымартып, шымартылған йөҙлөккә эретмәне йәки полимер дисперсияһын һиптереп, йышып, иремәүсән полимерҙарҙы прокатлап һ.б.; күп ҡатлылары төрлө полимер иретмәләренең соэкструзияһы, полимер елемдәр ҡулланып йәбештереү юлы м‑н алына. Әҙер П.п. ориентацияға (буй һәм арҡыры йүнәлештә), термик эшкәртеүгә, кәрәк булған осраҡта — иретеп йәбештереүгә, йәбештереүгә, буяуға дусар ителә. Үткәргестәр, кабелдәр, электр ҡорамалдары изоляцияһы, фольга м‑н — конденсаторҙағы диэлектрик, металл м‑н — яҡтылыҡ үткәргес, кино‑, фотоплёнкалар, магнит таҫмалар, фотоматрицалар, ‑резисторҙар, яҡтылыҡ фильтрҙары, төҙөлөштә гидроизоляцион, декоратив материалдар сифатында, теплица, парник, һыуҙы тоҙһоҙландырыу өсөн файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. Химия ин‑тында гигиена үҙсәнлектәре юғары булған яһалма күн, оптик сүстәрҙе һаҡлаусы‑нығытыусы, үҙенән‑үҙе таралыусы хирургик маркалы Сульфакрилат (“Уфимкабель” ААЙ‑нда ҡулланылған, 300 км яҡтылыҡ үткәргес тышлана), фоторедукциялаусы плёнкалар, ҡалын плёнкалы технологияла гибрид‑интеграл схемаларҙың композицион пасталары (Өфө коммутация аппаратураһы з‑дында ҡулланыла; ҡара: “БЭТО”) етештереүҙә перспективалы П.п. алыу технологиялары уйлап табыла. “Каустик” ААЙ‑ның поливинилхлоридынан вальцшымартыу юлы м‑н газ, нефть үткәргестәрҙе изоляциялау өсөн йәбешкәк ҡатламлы һәм ҡатламһыҙ булған П.п., шымартыу юлы м‑н парниктар, теплицалар өсөн П.п., баҫып һүрәт төшөрөү ысулы м‑н ашъяулыҡ, клеёнкалар, механизмдарҙы, электр двигателдәрен концервациялау өсөн пластифицирланған ОН маркалы П.п.; “Авангард” ФДУП‑ы ҡағыҙ ерлектә күбекләнгән Изоплен маркалы П.п. сығара. “Каустик” ААЙ юғары баҫымлы полиэтилендан тоҡтар, экструзия м‑н “Газпром нефтехим Салават” — Т (һаҡлаусы ышыҡлауыс, төргәктәр һ.б. өсөн), Н (халыҡ ҡулланыуы тауарҙары) маркалы П.п., “Уфаоргсинтез” СК, Н, СИК маркалы, буялған, буялмаған, ирганокслы, термоҡыҫылыусан П.п., “Авангард” ФДУП‑ы баҫып төшөрөү юлы һәм унһыҙ, фоторедукциялаусы П.п. етештерә. Полипропилен нигеҙендә “Уфанефтехим” ААЙ П.п. туҡылған тоҡтар өсөн таҫмалар, “Уфаоргсин‑ тез” — термоҡыҫылыусан, ике нигеҙгә ориентирланған, һыу үткәрмәй торған сифаттары булған, үтә күренгән, ялтырауыҡлы, йәбешкәк П.п.; уның этилен м‑н статистик сополимерҙа‑ рынан, блоксополимерҙарҙан — ике нигеҙгә ориентирланған үтә ныҡ күренгән, шыуыу үҙсәнлектәре булған П.п. сығара. 2000 й. 18877 т етештерелгән, 2006 й. — 20975 т. “Каустик” ААЙ ҡоро плёнкалы фоторезисторҙар, баҫыу платалары, магнит таҫмалар өсөн Бустиран плёнка әүерелдергестәрен етештерә.

Ю.И.Пузин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров


                                          

 

 

Яндекс.Метрика