ПОЛИКОНДЕНСАЦИЯ (поли... һәм конденсация), өҫтәмә түбән молекуляр матдәләр (һыу, галогенлы водород, спирт һ.б.) бүленеп сығыу м‑н барған би‑ йәки полифункциональ берләшмәләр тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә полимерҙар барлыҡҡа килеү процесы. Гомо‑ (1 йәки 2 мономер төрө ҡатнаша) һәм со‑ (2‑нән күберәк) П.; һыҙыҡлы (һыҙыҡлы полимерҙар барлыҡҡа килтергән бифункциональ мономерҙар П.) һәм өс үлсәмле (тармаҡланған, селтәрле полимерҙар барлыҡҡа килтергән 3 һәм унан күберәк функциональ төркөмлө мономерҙар П.) П. айырыла. П. — баҫҡыслы процесс, мономерҙар реакцияның башланғыс стадияһында тәьҫир итешә, макромолекулалар үҫеше мономерҙарҙың функциональ төркөмдәре һәм барлыҡҡа килгән олигомерҙар араһындағы реакция һөҙөмтәһендә бара. П. өсөн кире һәм алмашыу реакциялары (аминолиз, гидролиз, эфиролиз һ.б.) хас. Тигеҙ (ҡайтмалы; процестың тамамланыу стадияһы һәм макромо‑ лекулаларҙың уртаса мол. м. термодинамик факторҙар — реагенттарҙың тигеҙ концентрациялары, реакция продукттары м‑н сикләнә), тигеҙ булмаған (ҡайтарылғыһыҙ; кинетик факторҙар — алмашыу, цикллаштырыу, кире реакциялар м‑н сикләнә) П. айы‑ рыла. П. 3 ысул м‑н башҡарыла: иретмәлә, эретмәлә, ике үҙ‑ара ҡатнашмаған шыйыҡлыҡ сиктәрендә. Туҙыуға, йылыға сыҙамлы, термо‑, хемото‑ тороҡло, сүстәр барлыҡҡа килтереүгә һәләтле, айырым электр үҙенсәлекле полиамидтар, ‑уретандар, ‑эфирҙар, ‑карбонаттар, ‑пиромеллитимидтар, ‑сульфондар, ‑фениленоксидтар, ‑этилентерефталаттар һ.б.; күп биополимерҙар (аҡһымдар һ.б.) алыу өсөн файҙаланалар. Башҡортостанда Химия ин‑тында П. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр нигеҙендә юғары температураға сыҙамлы полимерҙар, юғары сорбцион һәм комплекс барлыҡҡа килтереүсе полимерҙар, полисульфидтар, уникаль металл сорбенттары үҙенсәлегенә эйә булған сүсле һеңдерелгән көкөртлө сополимерҙар (В.Т. Данилов, А.Л.Добриков, С.Р.Рафиҡов, С.Н.Салазкин, Р.В.Панчешникова, Р.С.Әлиев), полиариленфталидтар (А.Е.Егоров, М.Г.Золотухин, В.А. Крайкин, В.М.Лактионов, Рафиҡов, Салазкин), орто‑дикарбон к‑талары псевдохлорангидридтарын ароматик берләшмәләр м‑н тәьҫир итештереп, орто‑кетокарбон к‑талары псевдомонохлорангидридтарын үҙенән‑үҙе конденсацияһы м‑н уларҙың сығарылмалары һәм аналогтары синтезлана. “Газпром нефтехим Салават” ААЙ П. м‑н гликолдәр, “Каустик” ЯАЙ ике нигеҙле к‑таларҙы полиэтиленполиамин йәки триэтилентетрамин м‑н П., артабан эпихлоргидрин м‑н алкиллаштырып полиэлектролит; “Полиэф” ААЙ П. м‑н — полиэтилентерефталат; “Авангард” пр‑тиеһы карбамид ыҫмалалары етештерә. 2004 й. тиклем “Уфахимпром” ААЙ‑нда П. м‑н эпоксид ыҫмалалары, ди‑, триэтиленгликоль һәм эпихлоргидринды П., артабан дегидрохлорлау м‑н — ДЭГ‑1, ТЭГ‑1 маркалы һыуҙа эреүсән ыҫмалалар етештерелә.

Н.Г.Гилёва

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Яндекс.Метрика