АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ АУЫРЫУҘАРЫ, үҫемлектәрҙәге фитопатоген микроорганизмдар һәм мөхиттең насар шарттары тарафынан тыуҙырылған патологик процестар. Инфекцион һәм инфекцион булмағандарға бүленә. Инфекцион булмаған ауырыуҙар туҡланыу, дымлылыҡ, йылылыҡ режимдарының боҙолоуы, зарарлы химик матдәләрҙең тәьҫире һ.б. арҡаһында үҫешә; инфекцион ауырыуҙарҙы бәшмәктәр, бактериялар, вирустар һ.б. тыуҙыра. Башҡортостанда а.х. культуралары ауырыуҙары йыл һайын уңыштың 10—20%‑ҡа кәмеүенә килтерә.

А.х.һ.у.к.а. (үҫемлектәрҙәге торон, тут, фитофтороздар, ужым үңәҙе, онло ысыҡ, ялған онло ысыҡ һ.б.) 95%‑тан күберәге бәшмәктәргә бәйле.

Ужым үңәҙе ужым сәсеүлектәрен (арыш һәм бойҙай) зарарлай, яҙғыһын үҫемлектәрҙең япраҡтары үрмәксе ауына оҡшаған тотош алһыу ҡуныҡ м‑н ҡаплана. Иген, ҡуҙаҡлы, йәшелсә һәм емеш культураларының онло ысығы япраҡтарҙа, һабаҡтарҙа һәм емештәрҙә һорғолт аҡ ҡуныҡ рәүешендә күренә, үҫемлектәрҙең (бигерәк тә ҡыяр, ужым арышы, клевер, крыжовник, ҡара ҡарағаттың) уңыш биреүсәнлеген кәметә. Ялған онло ысыҡ(кәбеҫтә, һуған, люцерна, көнбағыш пероноспорозы) башлыса үҫемлектәрҙең япраҡтарын зарарлай, уларҙың өҫ яғында тоноҡ йәшел таптар, аҫ яғында һорғолт шәмәхә ҡуныҡ үҫешә. Антракноз м‑н емеш, йәшелсә һ.б. культуралар зарарлана. Япраҡтарында көрән таптар, ботаҡтарында һәм емештәрендә көрәнһыу төҫтәге уйымлы таптар (язвалар) барлыҡҡа килә. Кәбеҫтә килаһы тамырҙарҙағы оролар рәүешендә сағыла, ауырыу үҫемлектәрҙә күсән барлыҡҡа килмәй. Тамырашар шәкәр һәм аш сөгөлдөрө шытымдарын зарарлай. Ауырыу тамырҙарҙың һәм һабаҡтың аҫҡы өлөшөнөң сереүе, үҫемлектәрҙең йығылыуы м‑н билдәләнә. Шютте — ылыҫтың ҡойолоуына һәм үҫемлектең ҡороуына килтереүсе ылыҫ төрҙәре сәсмәлектәре һәм йәш үҫемлектәр ауырыуы. Ағас тоҡомдары некрозы (япраҡлы ағастарҙа — нектрий, тирәктә — цитоспор) ағас ботаҡтары һәм олононоң ҡайыры туҡымаһының ҡороуына алып килә. Трахеомикоздар үҙағас көпшәләренең зарарланыуына, ағастарҙың ҡороуына килтерә (йыла һымаҡтар ғаиләһенең голланд сире). Бәшмәктәр ш. уҡ көнбағыштың аҡ һәм күк серектәре, яҙғы бойҙай, арпа һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың тамыр сереге, картуф бүлбеләренең ҡоро сереге, һуғандың муйынтыҡ сереге, ағас тоҡомдары серектәре; борсаҡ аскохитозы, ҡыяҡлылар септориозы, алмағас ҡутыры, сөгөлдөр фомозы һәм церкоспорозы һ.б. тыуҙыра. Бактериялар тимгелләнеү, һулыу, сереү (картуфтың еүеш һәм балдаҡлы сереге, йәшелсә һәм емештәрҙең ҡайһы бер серектәре) м‑н билдәләнеүсе ауырыуҙарға килтерә. Вирустар һәм фитоплазмалар һуған, кишерҙең һары ауырыуын; картуф, ҡыярҙың тимгел ауырыуын һ.б. тыуҙыра. Һары ауырыуы үҫемлектәрҙең кәрлә булыуында, япраҡтарға йәшел пигмент етмәүендә, төп һабаҡҡа һыйынған күп һанлы ян үренделәренең барлыҡҡа килеүендә күренә. Үҫемлектәрҙең тимгел ауырыуы башлыса япраҡтарҙа һәм емештәрҙә төрлө ҙурлыҡтағы һәм формалағы, төрлө ҡуйылыҡтағы йәшел төҫтәге таптар барлыҡҡа килеүендә сағыла.

А.х.һ.у.к.а. м‑н көрәшеү өсөн орлоҡтарҙы, үҫентеләрҙе һәм үҫемлектәрҙе вегетация осоронда химик препараттар м‑н эшкәртеү (ҡара: Пестицидтар), ш. уҡ агротехник, биол. ысулдар (ҡара: Биологик препараттар) һәм үҫемлектәрҙе биотехник һаҡлау ысулы ҡулланыла. 20 б. 50—80‑се йй. БАХИ‑ла (М.М.Ғәниев, М.Н.Родигин) инфекцион ауырыуҙар өйрәнелә һәм улар м‑н көрәшеү саралары эшләнә, БНИИЗиС‑та (Р.Н.Камалетдинова, А.А.Мейер) — иген культуралары һәм йәшелсә культуралары, Урман тәжрибә станцияһында (И.А.Ибраһимов), Урман хужалығы министрлығында (П.М.Трифонов) япраҡлы һәм ылыҫлы ағас төрҙәре ауырыуҙары һ.б. тикшерелә.

Әҙәб.: Ганиев М.М., Сибиряк Л.А. Организация защиты зерновых культур. Уфа, 1985; шул уҡ. Организация защиты кормовых и технических культур. Уфа, 1989; Ганиев М.М., Недорезков В.Д., Ганиев Р.М. Защита овощных культур. Уфа, 2001.

М.М.Ғәниев

Тәрж. М.Н.Моратшина