ПОЛИИЗОБУТИЛЕН, [—СН2— —С(СН3)2—]n, изобутилен полимеры. Түбән (мол. м. 5—50 мең; ҡуйы шыйыҡса) һәм юғары (мол. м. 70 меңдән юғары; эластомер) молекуляр П. айырыла. Ағыулы түгел, тиҙ тоҡаныусан, газ һәм парҙы насар үткәрә, йылыға һәм яҡтылыҡҡа тотороҡло. Күп кенә эреткестәрҙә, минераль майҙарҙа эрей, диэтил һәм ҡатмарлы эфирҙарҙа, майҙарҙа бүртә, һыуҙа эремәй, кислород, озон, к‑талар, һелтеләр, аммиак һ.б тәьҫиренә бирешмәй. —50°С тиклем т‑рала һығылмалылығын һаҡлай, 100°С механик үҙенсәлектәре насарая, 185°С йомшара, юғарыраҡ т‑рала, УФ тәьҫирендә, күренеүсән һәм ионлашҡан нурланышта тарҡала. Сикке икеләтә бәйләнеш б‑са туйындырылмаған полимерҙарға хас булған реакцияларға инә. Катализаторҙар тәьҫирендә изобутилен катионлы полимерлашыу м‑н алына. Полимерҙар өсөн традицион ысулдар м‑н эшкәртелә. Химик аппаратураға һәм үткәргес торбаларға тутығыуға ҡаршы ҡаплау, электроизоляция, елем, герметиклаштырыусы составтар, присадкалар һ.б. алыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 1968 й. илдә тәүге тапҡыр Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) — КП‑5, КП‑10, КП‑20 маркалы, 1980 й. эске яныулы двигатель майҙарына сукцинимид көйөккә ҡаршы присадка өсөн октол‑1000 маркалы (Беларусь Респ. ебәрелгән, 1994 й. ҡулайлама эксплуатациянан алына) П. етештереү үҙләштерелә. П. синтезы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 70‑се йй. алып Органик химия ин‑тында Ю.А. Сангалов етәкс. һәм БДУ‑ла К.С.Минскер етәкс. үткәрелә. Юғары селектив к‑та катализаторҙары — полимер һәм к‑та тоҙҙарында иммобилизацияланған алкилалюминхлоридтарҙың аква һәм тоҙ комплекстары эшләнә (Ю.Я.Нелькенбаум, Ю.А.Прочухан, Ю.Б.Ясман). К‑талы катализаторҙарҙың актив үҙәктәренең, изобутиленды полимерлаштырыуҙың бәйле актив үҙәктәренең квант‑химия иҫәптәре башҡарыла (В.А.Бабкин, О.А.Пономарёв), улар изобутилендың эретмәлә координацион‑катионлы полимерлашыуы теорияһын үҫтереүгә мөмкинлек бирә. П. термик, каталитик, ультратауыш аҫтында әүерелештәре тикшерелә һәм селектив тәрән деполимерлашыу, каталитик ионлы гидрирлау, термототороҡло блоксополимер [П.‑арен] һ.б. алыр өсөн арендарҙы деструкцияһыҙ алкиллаштырыу процестары асыҡлана (Р.Й.Биғлова, Прочухан, З.Г.Шамаева, Ясман). П. каучуктыҡы һымаҡ һәм термопластик үҙенсәлектәре булған юғары адгезиялы һәм түбән т‑раларҙа тотороҡло сополимерҙары (составында кремний, алюминорганик, норборнен һ.б. фрагменттар бар) синтезлана (Нелькенбаум, И.К.Прокофьев, Р.И.Хөснөтдинов). Нелькенбаум, Т.В.Романко тарафынан П. полисилоксан, тәбиғи һәм синтетик балауыҙҙар һ.б. м‑н композициялары (ҡара: Композицион материалдар, Энтомологик елем) тәҡдим ителә. П. синтезын “сыраҡ” реакцияһы итеп моделләштереү эшләнә, уны П., бутилкаучук һәм уның хлор сығарылмаларын алырға мөмкинлек биргән (Берлин, В.П.Захаров) бәләкәй габаритлы көпшәле реакторҙарҙа (А.А.Берлин, Прочухан) үткәреү маҡсатҡа ярашлы тип табыла. П. етештереү технологияларын камиллаштырыу һәм гетероген катализатор, катализаторҙы П. һыуһыҙ айырып алыу ысулын, реакция барышын тикшереүҙең экспресс‑ысулын, сифатһыҙ П. мономер сеймалға эшкәртеү һ.б. ҡулланып уның ҡалдыҡһыҙ вариантын табыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә (Нелькенбаум, Прочухан).

Әҙәб.: М и н с к е р К.С., С а н г а л о в Ю.А. Изобутилен и его полимеры. М., 1986; С а н г а л о в Ю.А., М и н с к е р К.С. Полимеры и сополимеры изобутилена. Уфа, 2001.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика