ПОЛИВИНИЛХЛОРИД, [—CH2—CHCl—]n, винилхлорид полимеры. Төҫһөҙ термопласт, мол. м. 10—150 мең, тығыҙлығы 1350—1430 кг/м3, кристаллашыу дәрәжәһе 8—10%, tбыялаланыу 75—80°С, ағыусанлыҡ т‑раһы 150—220°С. Ағыулы түгел, янмай, дихлорэтанда, тетрагидрофуранда, диметилформамидта, циклогексанонда һ.б. эрей, аҙыраҡацетонда, бензолда эрей, һыуҙа, спиртта, углеводородтарҙа эремәй. Атмосфера, бәшмәк, химик тәьҫирҙәргә тотороҡло, к‑та, һелте, тоҙ эретмәләре м‑н тәьҫир итешмәй, термототороҡлоғо түбән, 120°С юғарыраҡ т‑рала хлорлы водород бүлеп сығарып тарҡала. Аминланыу, фосфорлаштырыу, гидроксилирланыу, арилирланыу, металланыу, гидрирланыу һ.б. реакцияларға инә. Термик, термомеханик, термоокисландырыу тәьҫирендә, УФ‑ һәм γγ‑нурланышта деструкцияға бирелә (макромолекулаларҙың дегидрохлорланыуы һәм ялғаныуы). Йылыға тотороҡлоғон, эреүсәнлеген, химик һәм механик үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн П. хлорлана (перхлорвинил ыҫмалалар), стабилләштерелә, фталаттар, себацинаттар м‑н пластификациялана. Физик‑химик үҙенсәлектәре һәм алыу ысулы П. ҡулланыу даирәһен билдәләй (еңел, мед., аҙыҡ‑түлек, электротехник сәнәғәттәр, машиналар эшләү, суднолар төҙөү, төҙөлөш һәм а.х.). Винилхлоридты массала, суспензияла, эмульсияла ирекле‑радикал полимерлашып алалар. Преслап, баҫым аҫтында ҡойоп, экструзия м‑н эшкәртәләр, шымартып ҡаты (винипласт), йомшаҡ (пластикат, плёнка һ.б.) әйберҙәр эшләйҙәр. Паста барлыҡҡа килтергән сорттары яһалма күн, бәйләүестәр, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары һ.б. етештергәндә  ҡулланыла. Башҡортостанда үҙ сеймалы нигеҙендә П. (етештереү ҡеүәте йылына 120 мең т), перхлорвинил ыҫмалаһын (йылына 7 мең т) — “Каустик” ААЙ‑ы, П. изделиеларын (полимер плёнкалар, тәҙрә профилдәре, торба һәм фитингылар, пластикат төрҙәре, линолеум, ҡағыҙ нигеҙле пеноплен, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары) “Каустик”, “Искож”, “Уфимкабель” ААЙ‑лары, “Авангард” ФДУП‑ы сығара. 20 б. 60‑сы йй. аҙ. БДУ‑ла К.С.Минскер етәкс.  П. иҫкереүе һәм стабилләшеүе б‑са фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәрелә, уның нигеҙендә 30 материал алыу технологияһы эшләнә, улар “Каустик”, “Искож” ААЙ‑ларына индерелгән.

С.В.Колесов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

Яндекс.Метрика