ПОЛИАЦЕТИЛЕН, [—CH=CH—]n, цис-, транс‑конфигурацияларҙа икеләтә бәйләнешле эйәртеү системаһы булған һыҙыҡлы полимер. Ҡара төҫтәге порошок, һоро төҫтәге күҙәнәкле материал, алтын йәки көмөш төҫтәге плёнка. Аморф (тығыҙлығы 780 кг/м3), кристаллы (790—1160 кг/м3, кристалл үлсәме 2—5 нм), эре кристаллы (1150—1200 һәм 1300—1350 кг/м3, 1—2 мм тиклем) П. айырыла. Органик эреткестәрҙә эремәй, водород, малеин ангидриды, иод, бром, фторлы мышаяҡ, натрий‑нафталин м‑н тәьҫирләшә. Эре кристаллы (1300—1350 кг/м3) П. кислород м‑н окисланмай, озон м‑н насар тәьҫирләшә; кристаллы, аморф П. кислородты йота, озонда яна. Термик эшкәрткәндә П. кристалдарының тығыҙ төргәге макромолекула фрагменттарының айырылыуын ҡыйынлаштыра, карбонизацияны еңелләштерә: кристаллыһының  дегидрирланыуы 250—300°С башлана һәм 1100—1200°С тамамлана, аморфтыҡы ошоға ярашлы 350—500°С һәм 2000°С. Аморф, кристаллы П. карбонизациялап – графитланмаған углерод, кристалдарҙың тығыҙ төргәгенең термолизы м‑н электрик һәм оптик үҙенсәлектәре юғары булған өс ҡырлы поликристаллы  (2200°С юғарыраҡ т‑рала тулыһынса графитациялана) һәм квазиике ҡырлы графит алалар. П., уның термолизы продукттары тензоһиҙгерҙәр, парамагниттар. Аморф П. — диэлектрик, кристаллы ярымүткәргес, допирланған һәм пиролизланғандары — электр үткәргес. Ацетиленды, цикллы эйәртеүле мономерҙарҙы полимерлау, полиэтиленды дегидрирлау, поливинил эфирҙарҙы декарбоксилирлау, составында галоген булған полимерҙарҙы дегидрогалогенирлау, поливинил спиртын дегидратациялау юлы м‑н алалар. Допирланған П. токтың полимер сығанаҡтарын эшләгәндә ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 80–90‑сы йй. Химия ин‑тында Г.В.Леплянин етәкс. винилхлоридтыңгомо‑, сополимерҙарын фаза‑ара дегидрохлорлап эре кристаллы П. алыу, үҙенсәлектәренең анизотропияһы юғары булған өс ҡырлы, квазиике ҡырлы графитты, органик ферромагнетиктарҙы түбән т‑рала синтезлау ысулдары эшләнә. БДУ‑ла, Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында парамагнетизм, пиролизланған өлгөләрҙең магнитҡа бирешеүе асыла, ферромагнетик өлөш айырып алына, уларҙы тензодатчикар етештереүҙә ҡулланыу тәҡдим ителә.

Әҙәб.:Химия полисопряжённых систем. М., 1972; Полиацетилен //Высокомолекулярные соединения. Серия А. 1988. Т.30. №10; Салимгареева В.Н., Колесов С.В. Поливинилены //Вестник Башкирского университета. 2006. №1.

В.Н.Сәлимгәрәева

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

Яндекс.Метрика