ПОЛИАРИЛЕНФТАЛИДТАР, төп сылбырында ароматик, гетероароматик фрагменттар булған һәм кардалы фталид төркөмсәле һыҙыҡлы полимерҙар. Юғары термототороҡло (tтарҡалыу 440°С һәм юғары), йылыға сыҙамлы (tбыялаланыу 180°С һәм юғары), 200°С тиклем т‑рала һыу, концентрациялы һелте эретмәләре, аммиак, тоҙ к‑таһы тәьҫиренә бирешмәй, күп кенә органик эреткестәрҙә эрей. П. плёнкалары химик, физик тәьҫирҙәр (т‑ра, бер күсәрле баҫым, электромагнит ҡыры, яҡтылыҡ, лазер һ.б. нурланыш) ваҡытында хемилюминесценция, ғәҙәти булмаған электрофизик (допирланмағандар электр үткәрә), оптик (төҫлө күсештәр һ.б.) үҙенсәлектәр күрһәтә. Катализаторҙар булғанда псевдомоно‑, дихлорангидридтарҙы һәм орто‑кето‑, дикарбон к‑таларын электрофил алмаштырып (Льюис к‑талары), полидифениленфталидты – 3‑хлор‑3‑(дифенил‑4‑ил)фталидты поликонденсациялап алалар. Эретмәне формалап, преслап эшкәртәләр. Полимер плёнка, арматураланған полимерҙар өсөн бәйләүес, приборҙар эшләүҙә, электроникала, радиотехникала полимер елемдәр; гальваник элементтарҙа, аккумуляторҙарҙа, электролизёрҙарҙа һ.б. мембрана, диафрагма итеп ҡулланырға мөмкин. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. Химия ин‑тында С.Н.Салазкин етәкс. тәүге тапҡыр орто‑карбон к‑таларының псевдомонохлорангидридтарын йәки орто‑ди‑кетокарбон к‑таларының дихлорангидридтарын ароматик берләшмәләр м‑н үҙ‑ара тәьҫир итештереп (фталид, ароматик циклдар араһында С–С бәйләнеш барлыҡҡа килә) П., уның сығарылмалары, аналогтары синтезлана. Бер төрлө структуралы П. алыуҙың селектив ысулдары эшләнә (М.Г.Золотухин, В.А.Ковардаков, В.Г.Козлов, С.Р.Рафиҡов, Салазкин). Термик реакциялар өйрәнелә, кокслаштырыу, ялғау, эксплуатация шарттары билдәләнә (Золотухин, Ковардаков, В.А.Крайкин, В.М.Лактионов, Рафиҡов, Салазкин). Электроникала, микробиол. сәнәғәтендә перспективалы булған, орто‑ди‑карбон ароматик к‑таларҙың псевдодихлорангидридын поликонденсациялап синтезланған П. (Н.Г.Гилёва, А.Е.Егоров, Золотухин, Рафиҡов, Салазкин) һәм эреүсән термо‑, хемототороҡло П. (Золотухин, А.Н.Лачинов, Рафиҡов, Салазкин, А.Н.Чувыров) тәҡдим ителә. Полимераналогик әүерелеш м‑н полиариленфталимидиндар, ‑сульфофталидтар, ‑антрондар, кардалы төркөмсәләре составында азот, галоген, көкөрт булған модификацияланған П. алына (С.К.Беленькая, Гилёва, Егоров, Золотухин, Ковардаков, Рафиҡов, Салазкин, А.В.Шитиков, М.Е.Шуманский).

Н.Г.Гилёва

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Яндекс.Метрика