АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә ауыл хужалығы б‑са белгестәр әҙерләү өсөн башланғыс проф. уҡыу йорттары. 19 б. 80‑се йй. алып асылалар һәм Түбәнге ауыл хужалығы мәктәптәре тураһында положение (1883) һәм Ауыл хужалығы белеме тураһында положениеға (1904) ярашлы эшләйҙәр. Халыҡ мәғарифы министрлығы һ.б. ҡарамағында булалар. Ҡаҙна, земство, ауыл һәм ҡала йәмғиәттәре, шәхси кешеләр аҡсаһына тотолалар. Бөтә ҡатламдарҙан 1 йәки 2 класлы уч‑ще тамамлаған, сәләмәтлектәре б‑са яраҡлы 14—15 йәштәрҙәге егеттәр ҡабул ителгән. Уҡыу бушлай булған, күпселек тәрбиәләнеүселәр ҡаҙна иҫәбенә уҡыған. Уҡыу курсы 3 йыл, бер һәм ике йыллыҡ әҙерлек кластары, ҡайһы бер уч‑щеларҙа 1 йыллыҡ пед. класы эшләгән. Үҙ хужалыҡтары (емеш, йәшелсә баҡсаһы, мал ҡураһы, умарталығы һ.б.) булған. Уҡыу программаһына Алла ҡануны (мосолмандар өсөн — ислам дин ғилеме), урыҫ теле,география, Ватан тарихы, арифметика, геометрия һәм ер үлсәү, тәбиғәт белеме, һыҙым, игенселек, малсылыҡ һәм малдарҙы дауалау, баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ, закон ғилеме, экономия һәм хисапсылыҡ; графика һәм һөнәрселек дәрестәре ингән. Кластарға күсереү һәм сығарылыш имтихандары үткәрелгән. Тамамлаусылар, һөнәрҙәре б‑са бер йыл эшләп, аттестат алған. Һөнәре б‑са кәм тигәндә 5 йыл эшләгәндәргә шәхси абруйлы граждан исеме бирелгән. 1918 й. ябылалар йәки төрлө типтағы а.х. уҡыу йорттарына үҙгәртеләләр.

Өфө губернаһында Минзәлә (1891), Бәләбәй (ҡара: Аксёнов ауыл хужалығы техникумы), Ивановка һәм Екатериновка (икеһе лә — Бөрө өйәҙе) шәхси түбәнге а.х. мәктәптәре, Аксёнов һәм Минзәлә (икеһе лә — 1904) түбәнге а.х. уч‑щелары асыла. Бәләбәй а.х. мәктәбенең 500 дисәтинә ер бүлеме була, уның 180‑е — баҫыусылыҡ, 14‑е — тәжрибә баҫыуы, 3,5‑е — йәшелсә баҡсаһы, 1 дисәтинәһе баҡса, емеш питомнигы, ҡомалаҡлыҡ өсөн бүленә; ш. уҡ парниктар һәм Ботаника питомнигы, ағас эше, туҡыу, тимерсе һәм китап төпләү оҫтаханалары була; һыйыр малы үрсетеү м‑н шөғөлләнгәндәр һәм йылҡы ҡураһы тотҡандар. Уҡыусылар араһында крәҫтиән балалары 63%, мещан — 24%, чиновник һәм сауҙагәр — 7%, дворян — 6%, православие динен тотоусылар — 88,5%, ҡалғандары — ислам динен тотоусылар.

Т.М.Әминев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова