ПИРОМЕЛЛИТ ДИАНГИДРИДЫ, бензол‑1,2,4,5‑тетракарбон к‑таһының диангидриды. Төҫһөҙ кристалл, tҡайнау 287°С, tиреү 397—400°С. Ацетонда, диметилсульфоксидта, диметилформамидта, һыуҙа эрей. 330°С тиклем тарҡалмай, спирттар м‑н — ҡатмарлы эфирҙар, аминдар м‑н — имидтар, һыуҙа йылытҡанда моноангидрид, пиромеллит к‑таһы барлыҡҡа килтерә. Тын алыу юлдарын, күҙҙе, тирене ярһыта, ПДК‑һы 5 мг/м3. Дуролды газ йәки шыйыҡ фазалы окисландырыу м‑н алалар. Полиимид ыҫмалалары, пластификаторҙар, термототороҡло елем етештереүҙә, коррозия ингибиторҙары, эпоксид ыҫмалаларын ҡатырғыс итеп ҡулланыла. Башҡортостанда 1968 й. алып НИИнефтехимда дуролды синтезлау (Б.И. Голованенко һ.б.), уны пар фазаһында (В.П.Борщенко һ.б.) һәм эйәртеүле (90—95%‑лы дуролдан П.д. сығыуын арттырып һәм пренитолды, изодуролды углерод оксидына тиклем; А.Х. Шәрипов һ.б.) окислау б‑са тикшереүҙәр үткәрелә. П.д. каталитик риформинг продукттары составындағы (35—40%) псевдокумолдан синтезлау тәҡдим ителә (В.Н.Котова, И.Г. Әхмәтов һ.б.). П.д. физик‑химик үҙенсәлектәре (Р.Х.Мөхөтдинов һ.б.), уның органик берләшмәләр м‑н комплекс барлыҡҡа килтереү һәләте (Г.П. Налётова) тикшерелә; П.д. реакция һәм таҙартыу продукттарынан айырып алыу ысулдары тәҡдим ителә (В.Н.Кива, А.П.Мочалова). П.д. алыу процесының фәнни нигеҙҙәре (И.В.Егоров, Ю.В.Чуркин), ҡоролманы проектлауҙың технологик регламенты эшләнә. 70‑се йй. илдә тәүге тапҡыр КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) псевдокумолды формальдегид м‑н конденсациялап, артабан барлыҡҡа килгән бис‑(2,4,5‑триметилфенил)‑метанды гидрокрекинг м‑н алынған дуролды пар фазалы окислап П.д. етештереү үҙләштерелә; электрон, электротехника сәнәғәте өсөн сүстәр, термототороҡло плёнкалар етештереүҙә ҡулланыла. П.д. мочевина һәм кобальт тоҙҙары м‑н аммоний молибдаты булғанда иретеү реакцияһы нигеҙендә кобальт полифталоцианины — Окмер маркалы меркаптанһыҙлаштырыу катализаторы — алыу технологияһы эшләнгән (Ю.В.Кириченко, Шәрипов), уны сығарыу ин‑ттың тәж. заводында үҙләштерелгән (ҡара: Нефтехим тәжрибә заводы).

А.Х.Шәрипов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика