ПИРИТ КӨЙҘӨРМӘЛӘРЕ, көкөрт колчеданын көйҙөрөү юлы м‑н алынған көкөрт кислотаһын етештереү ҡалдығы. Ҡаты ыуалып торған онтаҡ (к‑таның һәр тоннаһына 0,575 т барлыҡҡа килә), көкөрттөң төп күләмен бүлеп алғандан һуң мейес, утилизатор ҡаҙан, циклон, электр фильтрҙары ҡатламдарынан эҙмә‑эҙлекле бушатыла. Составында тимер — 40—63%, көкөрт — 1—2%, баҡыр — 0,33— 0,47%, цинк — 0,42—1,35%, ҡурғаш — 0,32—0,58%, аҫыл металдар — 10— 20 г/т, тимер оксиды — 6,4%, кремний — 12,7%, мышаяҡ — 3,6% бар; дымлылығы 13,7%. Башлыса цемент етештереү сәнәғәтендә (портландцемент шихтаһына минераллашҡан өҫтәмә) һәм металлургияла (аҫыл һәм төҫлө металдарҙы алыу, суйын һәм ҡорос етештереү), керамика, пигменттар етештереүҙә, тимер‑баҡырлы ашлама булып а.х. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. уртаһынан “Минудобрения” пр‑тиеһында Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығының, Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығының КФС‑4 маркалы көкөрт колчеданынан көкөрт к‑таһы етештереүҙә (2007 й. туҡтатыла) П.к. (йылына 420 мең т тиклем) барлыҡҡа килтерелә. Буш тау тоҡомдары өйөмдәрендә йыйылған П.к. ҡалдығы 2,8 млн т тәшкил итә (2008); уларҙың составы: тимер — 53%‑ҡа тиклем, көкөрт — 3%, кремний — 14,7%‑ҡа тиклем, барий — 3%, баҡыр — 0,4—0,6%, цинк — 1,25%, алтын — нигеҙҙә 0,7— 1,5 г/т (ҡайһы саҡта 12‑гә тиклем), көмөш — 20—25 г/т (байытылған көйҙөрмәләрҙә 70‑кә тиклем); дымлылығы 20%. “Сода” ААЙ‑нда цемент клинкерына өҫтәмә булып, Новороссийск цемент з‑дында ҡулланыла; 2000 й. ҡулланыусыларға 120 мең т оҙатыла. П.к. асфальтлы бетонға тултырғыс итеп файҙаланыу б‑са тикшеренеүҙәр “Башкиравтодор” ДУП‑ы м‑н берлектә ӨДНТУ‑ла алып барыла. 2006 й. Башҡ‑н алтын сығарыу компанияһы тарафынан П.к. (2391,467 мең т) аҫыл металдар алыу өсөн туплаулы һелтеһеҙләндереү юлы м‑н эшкәртеү башлана.

Н.В.Давиденко, В.Н.Никонов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

                                                                                            

 

Яндекс.Метрика