ПИРЕТРОИДТАР, инсектицидтар, пиретрум составында булған (киптерелгән һәм онтаҡҡа ҡырылған долмат ромашкаһы сәскәлеге) тәбиғи пиретриндарҙың синтетик аналогы (хризантема к‑таһы эфирҙары) төркөмө. П. кешеләргә, йылы ҡанлы хайуан‑ дарға аҙ ағыулы. 1‑cе быуын П. (аллетрин, фенотрин һ.б.) яҡтылыҡта тиҙ окислана, 2‑се (перметрин, дельтаметрин, фенвалерат һ.б.) һәм 3‑сө (цигалотрин, флувалинат, бифетрин һ.б.) быуын П. фотоокисланыуға тотороҡло, киң тәьҫир итеү спектрына эйә, тотоноу нормалары бәләкәй (5— 300 г/га, дельтаметрин — 5—20 г/га). 1000‑дән ашыу П. билдәле, шуларҙың 10‑ға яҡыны сәнәғәт әһәмиәтенә эйә. Башлыса к‑таларҙың хлорангидриттарын өсөнсөл аминдар ҡатнашлығында спиртлы компонента м‑н үҙ‑ара тәьҫир итештереп йәки фаза‑ара катализ шарттарында алалар. Мамыҡ үҫемлеге, картуф һәм башҡа а.х. культураларын эшкәртеүҙә; ветеринарияла, мед., көнкүрештә файҙаланыла. Эмульсия концентраттары, аэрозоль препараттар, быҫҡыусы спиралдәр, пластиналар рәүешендә сығарыла. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башында Г.А.Толстиков етәкс. Химия ин‑тында О.М.Нефёдов етәкс. СССР ФА‑ның Н.Д.Зелинский ис. Органик химия ин‑ты (Мәскәү) м‑н берлектә илдә етештерелгән П. — спиртлы компонента сифатында м‑феноксибензилхлорид йәки м‑феноксибензальдегид ҡулланып 2‑(4‑хлорфенил)‑3‑метилбутан к‑таһы нигеҙендә перметрин к‑таһы һәм фенвалерат синтезы нигеҙендә перметрин алыу технологияһы уйлап табыла. Бөтә Рәсәй үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары ҒТИ (Ленинград) һәм Бөтә Рәсәй ветеринария энтомологияһы һәм арахнологияһы ҒТИ (Төмән ҡ.) м‑н берлектә П. препа‑ ратив формалары, ш. иҫ. анометрин (перметриндың 25 йәки 50 процентлы эмульсия концентраты) һәм баверсан (фенвалераттың 20 процентлы эмульсия концентраты), эшләнә. 90‑сы йй. башлап Ф.З.Ғәлин етәкс. П. алыу схемаларын оптималләштереү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Химия ин‑тында эшләнгән технология б‑са 1984 й. илдә тәүге тапҡыр Киев реактивтар, индикаторҙар һәм аналитик препараттар з‑дында перметринды тәж.‑сәнәғәт етештереү ойошторола (ҡеүәте йылына 1 т), 1988 й. — “Химпром” ПБ‑нда (Волгоград ҡ.) уны етештереү, 1989 й. — Химия ин‑тының Тәж.‑химия цехында фенвалератты тәж. етештереү ойошторола.

Әҙәб.: М е л ь н и к о в Н.Н. Пестициды. Химия, технология и применение.М., 1987.

Ф.З.Ғәлин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

 

Яндекс.Метрика