ПИЛЮГИН Владимир Степанович (5.3.1940, Мордва АССР‑ы Ун‑Майҙан а. — 22.8.2008, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй. 1974 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында: лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1992—2004 йй. фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре һыуһыҙ эреткестәрҙә бензой к‑талары һәм фенолдарҙың әселеген өйрәнеүгә, 2‑аминобензимидазол сығарылмалары нигеҙендә антгельминт препараттар, 2,4‑дихлорфеноксиуксус кислотаһы, цианурхлорид нигеҙендә гербицидтар алыу технологияһын эшләүгә арналған. П. етәкс. гидроакустик тәьҫир ҡулланып триазин рәтендәге гербицидтар (атразин, пропазин, третбутилазин) алыу ысулы, тазалан, октапон‑экстра, чисталан‑экстра, октиген, бифен, ацетамизол, карбендазим‑БМК препараттарын алыу технологиялары эшләнгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Синтез и биологическая активность производных 2‑аминобензимидазола. М., 2003; Использование аппаратов гидроакустического воздействия в гетерофазных процессах. М., 2004 (авторҙ.); Диссоциация кислот в диполярных апротонных растворителях и их смесях с водой. Уфа, 2005.

А.М.Колбин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

 

Яндекс.Метрика