ПИГМЕНТТАР (лат. pigmentum — буяу) х и м и я л а, юғары дисперслы онтаҡ һымаҡ буяу матдәләре, һыуҙа, органик эреткестәрҙә, плёнка барлыҡҡа килтереүселәрҙә һ.б. эремәй. Органик булмаған (тәбиғи — тимер суригы, охра, умбра һ.б.; синтетик — литопон, ультрамарин, техник углерод һ.б.) һәм органиктарға, ахроматик (көлһыу, ҡара, аҡ) һәм хроматиктарға (башҡа төҫтәр) бүленә. Декоратив, декоратив‑һаҡлау, тутығыуға ҡаршы һәм маҡсатлы тәғәйенләнешлеләргә (полиграфик, художестволы, термоиндикатор, бактерицид һ.б.) айыралар. Органик булмаған П. — оксидтар, күсемле металдарҙың (тимер, кобальт, хром һ.б.) тоҙҙары һәм төҫлө металдарҙың (алюмин, баҡыр, цинк һ.б.) онтағы, комплекслы берләшмәләр, иретмәләр (бронза, латунь); органиктарға азопигменттар, азолактар, трифенилметан П., полициклик П., фталоцианин П. инә. Өҫкө йөҙҙөң буяуын икенсе төҫ м‑н ҡаплау, дисперсион мөхиттә ваҡланыу һәм таралыу, дисперслыҡ (өлөшсәләрҙең үлсәме), май һыйышлыҡ, яҡтылыҡ, химик реагенттар тәьҫиренә тотороҡло булыу хас. Органик булмаған тәбиғи П. — тау тоҡомдарын эшкәртеп, синтетиктарҙы — һыу эретмәләрен һәм суспензияларҙы химик ултыртып, тәбиғи материалдарҙы, ҡаты матдәләрҙең ҡатышмаларын һ.б. юғары т‑раларҙа эшкәртеп алалар. Модификациялы органик булмағандар составында төрлө өҫтәмәләр (өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, кристаллик структураның стабилизаторҙары) бар. Азопигменттарҙы (етештерелгән органик П. 50—60%‑ы) — һыулы йәки һыулы‑органик мөхиттә өҫкө йөҙҙә актив матдәләр булғанда һыу м‑н ҡушылыусы эреткес ҡушып азот берләштереп, ароматик аминдарҙы моноазобуяу (кромофталь) хлорангидриды м‑н конденсациялап; полициклик П. махсус (хинакридон, диоксазин, изоиндолин, перилен), полициклик күм‑күк буяуҙар нигеҙендә алалар. Азолактар — азоттың сульфо‑ һәм карбокситөркөмдәр м‑н ҡушылмалары тоҙҙары (башлыса кальций, барий), трифенилметан П. — трифенилметан буяуҙарҙың башлыса күк, шәмәхә, йәшел лактары, фталоцианин — баҡырҙың фталоцианин м‑н берләшмәһе. П. онтаҡ, паста (концентраттар, суперконцентраттар), ҡаты матдә (юнысҡы), микрокапсула, гранула, таблетка рәүешендә сығаралар. Лак һәм лак‑буяу материалдары әҙерләр өсөн, төҙөлөш материалдарын, пластик массаларҙы, резиналар һәм резина‑техник изделиеларҙы, химик сүстәрҙе, яһалма күнде, полимер плёнкаларҙы һ.б. буяу өсөн ҡулланалар. Башҡортостанда гематит мәғдәне нигеҙле тәбиғи П. тәүге тапҡыр Шүлгәнташтағы ташҡа төшөрөлгән һүрәттәрҙә ҡулланылған. 20 б. башында Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығының “тимер эшләпәһенең” Егәҙе‑Комаров, Инйәр, Әүжән мәғдән р‑ндарының тимер окисы һәм Тирлән минераль пигменттар ятҡылығының ҡыҙыл балсыҡ охраһын ҡулланғандар. 30‑сы йй. М.Н.Доброхотов, С.Г. Вахрушев тарафынан Белорет р‑ны охраһын сәнәғәттә файҙаланыу тәҡдим ителә. Б.В. һуғышы йылдарында СССР ФА‑ның Геол. фәндәре ин‑ты (Мәскәү) хеҙм‑ре К.И.Толстихина тарафынан П. сығышы тикшерелә, пробалар Украин ССР‑ы ФА хеҙм‑ре Е.С.Бурксер, П.Н.Толстихин тарафынан һынала. Туҡан тимер мәғдәне ятҡылығы П., Байғужа ятҡылығы глаукониттарының, Оло‑Теләк ятҡылығы марганец мәғдәндәренең, П.П.Будников етәкс. Вязовка, Йүрүҙән ятҡылыҡтары бокситтарының, бокситтарға оҡшаш балсыҡтарының өлгөләре тикшерелә. 1947—51 йй. Кузнецов тарафынан Туҡан, Егәҙе ятҡылыҡтарындағы онтаҡ охраның пробалары алынып, Башҡ‑н геол. идаралығы лаб. һынала; Көнбайыш Башҡортостанда һаҙ мәғдәндәре сығышы тикшерелә. 60‑сы йй. башында П.Н.Топко тарафынан — Веселов (Мәләүез р‑ны), В.А. Филиппов тарафынан Туҡан, Наратай (Белорет р‑ны) ятҡылыҡтарының охра запастары асыла. 1950—70 йй. Туҡан ҡасабаһында, 1944—70 йй. Өфөлә тәбиғи П. етештереү б‑са кустар цехтар эшләй. 1994—96 йй. “Пангея” ЯСЙ‑нда (А.В.Кочергин, В.А. Шефер) Тирлән ятҡылығына баһалау һәм разведка үткәрелә, 2000—03 йй. Кочергин Е.А.Индейкин м‑н берлектә (Лак‑буяу сәнәғәте ҒТИ, Ярославль ҡ.) БР‑ҙың тәбиғи П. етештереү перспективаһы баһалана. “Пигмент материалдар” ҒПБ‑нда (Силәбе ҡ.) Н.Г. Краснобай етәкс. — махсуслаштырылған тикшереүҙәр, БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында Д.М.Хәбиров етәкс. — төҙөлөш материалдары составында П., ҡайһы бер лак‑буяу заводтары лаб. П. өлгөләрен һынау үткәрелә. 2003—05 йй. Егәҙе‑Комаров р‑нының составында пигментлау компоненттары күп булыуы (60—90%), технологик үҙенсәлектәре м‑н айырылып торған охраһы нигеҙендә 150 т яҡын һары һәм көрән П. һынау, ҡулланыу өсөн сығарыла. БР ятҡылыҡтарының сеймалы “Нева палитраһы” художестволы буяу з‑дының (С.‑Петербург) төп ассортиментын (башҡорт умбраһы, башҡорт яндырылған умбраһы, башҡорт сиенаһы, башҡорт вандигы, ҡыҙыл охра, башҡорт асыҡ охраһы, башҡорт ҡара охраһы) тәшкил итә. БР‑ҙа синтетик П. етештереү “Каучук” ААЙ‑нда (ПК‑1, ПК‑2 маркалы тимер окислы барий), “Авангард” пр‑тиеһында (кабель, аяҡ кейеме сәнәғәтендә буялған изделиеларҙы етештереү өсөн поливинилхлорид П. супер‑концентраты) үҙләштерелгән.

Әҙәб.: В а х р у ш е в С.Г. Минеральные краски Башкирии. Уфа, 1936; Т о л с т и х и н а К.И. Минеральные пигменты БАССР. Уфа, 1944.

А.В.Кочергин, Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика