ПЕСТРИКОВ Станислав Васильевич (20.8.1938, Киров өлк. Медянка ст.), химик. Химия ф. д‑ры (1985), проф. (2007). БР‑ҙың атк. химигы (2008). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1960) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй: 1970 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире, 1988 й. — бүлек мөдире. 1992 й. башлап ӨДАТУ‑ла. Фәнни хеҙмәттәре нефть продукттары нигеҙендә махсус композициялар булдырыу, сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереү, ағынты һыуҙарҙы таҙартыу проблемаларына, тау‑мәғдән сәнәғәтенең эшкәртелгән карьерҙарының экологик хәүефенә арналған. П. ҡатнашлығында төрлө тәғәйенләнештәге магистраль үткәргес торбаларҙы һаҡлау өсөн коррозияға ҡаршы Асмол материалы, автомобиль юлдарына горизонталь билдә һалыу өсөн теромопласт, һыу өҫтөндәге нефтте йыйыу өсөн сорбент эшләнә. Асышта‑ ры “Уфахимпром” ПБ‑нда, Дрогобыч НЭЗ‑ында һ.б. индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 50 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Х е ҙ м.: Асфальтосмолистые олигомеры. Применение и физико‑химические свойства. М., 1992 (авторҙ.); Утилизация отработанных медноаммиачных растворов травления печатных плат. Уфа, 2009 (авторҙ.); Защита водных объектов от металлсодержащих сточных вод горнопромышленных предприятий. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

  

 

Яндекс.Метрика