ПЕНТАПЛАСТ, поли‑3,3‑бис‑(хлорметил) оксациклобутан, поли‑3,3‑бис‑ (хлорметил)оксетан. Төҫһөҙ термопласт, мол. м. 70—200 мең. Һыу, күп органик эреткес һәм агрессив мөхиттәр тәьҫиренә, —60° алып 120°С тиклем т‑рала күп тапҡыр ҡулланыуға тотороҡло; йөкләнеш булғанда ултырыу һәм шыуыу һәләте, ышҡылыу коэф. түбән, диэлектрик үҙенсәлектәре бар, ҡаты, туҙмай. 3,3‑бис‑ (хлорметил) оксетан массала йәки органик эреткестәрҙә катионлы полимерлашыу юлы м‑н алына. Баҫым аҫтында ҡойоп, экструзия м‑н эшкәртелә; кәрәк булғанда онтаҡ П. электр ҡырында өрҙөрәләр, үртәйҙәр, механик пневмоформалаштыралар, иретәләр, йәбештерәләр. Торба, насос, вентиль, торба һәм һауыттарҙың футеровкаһын, кабель изоляцияһы, иҫәп‑үлсәү приборҙары деталдәрен, фильтрҙар өсөн туҡыма һ.б. етештереүҙә ҡулланыла. Башҡортостанда 1967—92 йй. “Хим‑ пром” ПБ‑нда (ҡара: “Уфахимпром”) илдә берҙән‑бер П. производствоһы эшләй (ҡеүәте йылына 100 т яҡын була; процесс бензинда периодик схема б‑са бара, катализатор — бор фториды). 16 марка сығарыла: кабель, антистатик, адгезион‑актив һ.б. Төп ҡулланыусылары — Ижевск, Краснодар, С.‑Петербург ҡҡ. пр‑тиелар. 80‑се йй. Химия ин‑тында (А.И. Ильясова, Н.М.Ишморатова, Ю.А. Сангалов) “Пластполимер” Охта нефть эшкәртеү берекмәһе (Ленинград) м‑н берлектә катализаторҙа (юғары алюминорганик берләшмәләр — КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында синтетик май спирттары етештереүҙең ярым продукттары) суспензион ысул м‑н үҙенсәлектәре яҡшыртылған (механик, электрик һ.б.) П. алыу технологияһы уйлап табыла. Уларҙың кристаллашыу дәрәжәһе (67—72%), пластификация төрө (молекуляр йәки структур) билдәләнә. П. поливинилхлорид, ҡайһы бер каучуктар (һуғылыуға сыҙамлыҡты арттыра), металл оксидтары (әсе мөхиткә сыҙамлыҡ), арматурланған углерод сүсе (туҙыуға сыҙамлыҡ) м‑н композициялары тәҡдим ителгән. Изделиеларҙың химик сыҙамлығын арттырыу өсөн П. көпшәк корунд керамикаһына һеңдерәләр, П. пластик диоктилфталатомын быяла сеткаларҙы ҡаплау өсөн ҡулланалар. П. полимераналогик әүерелештәре м‑н һирәк һәм затлы металдарға юғары селектив булған комплекс барлыҡҡа килтереүселәр алынған.

Әҙәб.: М у л и н Ю.А., Я р ц е в И.К. Пентапласт. Л., 1975; М у л и н Ю.А., С а н г а л о в Ю.А. Синтез, модификация и применение пентапласта. СПб., 1992.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

Яндекс.Метрика