АҪАУТАМАҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Тепляк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 98 км алыҫлыҡта Оло Әңгәсәк й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 331 кеше; 1920 — 358; 1939 — 282; 1959 — 312; 1989 — 179; 2002 — 145; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар, удмурттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1772 й. керҙәшлек килешеүе б‑са удмурттар нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 201 кеше йәшәгән, 1865 й. 33 йортта — 189 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мануфактура кибете теркәлгән.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов