ПЕКТИНДАР (гр. péktós — йомарланған), полисахаридтар, галактурон к‑таһы полимерҙары, унда карбоксиль төркөмдәренең бер өлөшө метил спирты м‑н этерификациялана, гидроксиль төркөмдәре моносахарид ҡалдыҡтарынан тармаҡланған ян сылбырының берләштереү нөктәһе булыуы мөмкин. Бөтә ер өҫтө үҫемлектәрендә (һутлы емештәрҙә, тамыраҙыҡтарҙа күпләп туплана) һәм ҡайһы бер ылымыҡтарҙа була. Эремәй торған П. үҫемлектәрҙең беренсел күҙәнәк көбө һәм күҙәнәк‑ара матдә составына инә, эрей торғандары күҙәнәк һутында була. П. күҙәнәк бүленеүендә, туҡымаларҙа һыу һәм тоҙ балансын тәьмин итеүҙә ҡатнаша, үҫемлектәрҙең ҡоролоҡҡа сыҙамлылығын, емеш һәм йәшелсә һаҡланыуын көсәйтә. Өлгөргән емештәрҙең йомшарыуы П. пектолитик ферменттар арҡаһында тарҡалыуына бәйле; уларҙың ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙә, бәшмәктәрҙә һәм бактерияларҙа булыуы микроорганизмдарҙың патогенлылығына шарт була. П. рН 4‑кә яҡын булғанда тотороҡло. Әсе мөхиттә ҡатмарлы эфир төркөмдәренең һәм гликозид бәйләнештәрҙең гидролизы була, һелтеле мөхиттә ҡатмарлы эфирҙар һабынлана һәм үҙәк сылбыр тарҡала. Лимон ҡабығы (20—40% П. бар), алма һығынтыһы (10—20%) һәм шәкәр сөгөлдөрө (ҡоро итсәлә П. 25%‑ҡа тиклем), көнбағыш башы сәнәғәттә П. алыу өсөн сеймал булып тора. П. эретмәләрен (улар шәкәр, к‑та ҡатнашлығында ныҡлы гелдәр, ҡойҡалар булдырырға һәләтле) аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә тәбиғи ҡойҡаландырыусы продукт итеп, пектолитик фермент препараттарын (үңәҙ бәшмәген үҫтереп йәки үҫемлек туҡымаларынан алалар) шарап һәм һут төҫтәрен асыҡландырыу өсөн, үҫемлектәрҙе иләү (етен, киндер) технологияһында ҡулланалар. П. медицинала ашҡаҙан‑эсәк ауырыуҙарын дауалау өсөн һәм ағыуланыуҙа иҫкәртеү саралары сифатында файҙаланыла. Башҡортостанда 1999 й. Өфө витамин заводында составында витаминдар һәм П. булған “Алтын шар” эсемлеге концентраты эшләнә. Бәләбәй спирт‑араҡы комбинатында составында П. булған емеш‑еләк сеймалынан яһалған һут һәм морстар нигеҙендә “Коньяктағы миләш”, “Йәшлек”, “Башҡортостан гөлләмәһе” төнәтмәләре етештерелә. Ауыл хужалығы институтында (Е.П.Козлова) емештәрҙә, еләктәрҙә П. миҡдарын билдәләйҙәр.

Н.В.Кудашкина

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Яндекс.Метрика