ПАРАФИНҺЫҘЛАШТЫРЫУ, ҡатыу т‑раһы түбән булған нефть продукттарын алыу өсөн туйынған алифатик углеводородтарҙы (углерод атомы һаны 10 йәки унан күберәк) нефть фракцияларынан алып ташлау. Физик, химик һәм микробиологик ысулдар м‑н башҡарыла. П. физик ысулдарына карбамид П. (карбамидтың клатрат барлыҡҡа килтереү һәләтенә нигеҙләнгән), адсорбциялы П. (цеолитлы сорбенттарҙы ҡулланыуға нигеҙләнгән), н‑алкандарҙы һайланма эреткестәрҙең эретмәһендә (ш. иҫ. шыйыҡ пропанда, ацетон йәки метилэтилкетондың толуол м‑н ҡатышмаһында һ.б.) кристаллаштырыу ҡарай. Химик ысулдары каталитик гидропарафинһыҙлаштырыуға (сеймалды катализаторҙар булғанда 300–420°С т‑рала һәм 4–8 МПа баҫымда водород м‑н эшкәртеү) һәм изомерлаштырыуға бүленә. Микробиологик П. н‑алкандарҙың микроорганизмдар тарафынан һайланма окисланыуынан ғибәрәт. П. — майлағыс майҙарҙы, ҡышҡы һәм арктик дизель яғыулыҡтарын, мейес яғыулығын етештереүҙә төп технологик процестарҙың береһе; П. ваҡытында бүленеп сыҡҡан ҡаты углеводород ҡатышмаларын (гач, петролатум) парафин һәм церезин алыу өсөн сеймал итеп ҡулланалар. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. уртаһынан “Башнефть” АНК ААЙ‑ның (ҡара: Башҡортостан нефтехимия компанияһы) нефть эшкәртеү пр‑тиеларында ҡатыу т‑раһы —55°С тиклем булған нефть майҙарын (ҡара: Минераль майҙар) етештереүҙә һайланма эреткестәр м‑н П. ҡулланыла. 60‑сы йй. уртаһында — 90‑сы йй. башында КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) арктик дизель яғыулығы алыр өсөн — карбамид П., 80—90‑сы йй. уртаһында Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында адсорбциялы П. файҙаланыла. 50—70‑се йй. ӨНИ‑лә дизель яғыулыҡтарын карбамид П. һыулы варианттың һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Б.В.Клименок); 80‑се йй. башлап нефть майҙарын селектив эреткестәр м‑н П. сәнәғәт технологияларын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла (Р.Ғ.Ниғмәтуллин һ.б.).

Әҙәб.: Б о г д а н о в Н.Ф., П е р е в е р з е в А.Н. Депарафинизация нефтяных продуктов. М., 1961; З о л о т а р ё в П.А., О л ь к о в П.Л. Очистка и депарафинизация масел. Уфа, 1972; Х а ф и з о в Ф.Ш., С а й ф у л л и н Н.Р. Депарафинизация масляных фракций. Уфа, 1995.

П.Л.Ольков

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика