ПАНТУХ Борис Израйлевич (10.10. 1941, Рыбинск ҡ. — 6.10.2000, Чайковский ҡ.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1987). БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1985), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Ярославль технология ин‑тын тамамлаған (1964). 1967 й. алып Стәрлетамаҡ нефтехимия з‑дында эшләй: лаб. нач., 1980—82 йй. фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1992 й. башлап ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры. 1998 й. алып “Уралоргсинтез” (Чайковский) ААЙ‑нда фәнни консультант. П. ҡатнашлығында пиперилен, синтетик гуттаперча, олигомер пиперилен каучук, Агидол маркалы ҡайһы бер антиоксиданттар, үтә таҙа пиперилен алыу ысулдары, изопренды ингибирлау процестары эшләнә, улар Стәрлетамаҡ (ҡара: “Каучук”) һәм Тольятти синтетик каучук з‑дтарында, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында, “Уралоргсинтез” ААЙ‑нда етештереүгә индерелгән. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 229 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1989). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

 

Яндекс.Метрика