ПАВЛЫЧЕВ Валентин Николаевич (12.2.1936, Ярославль ҡ.), инженер‑технолог. Химия ф. канд. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. рационализаторы (1980). Ярославль технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) “Салават‑ нефтеоргсинтез” ААЙ‑нда: 1963 й. алып цех нач., 1966 й. — баш инженер, 1974 й. — химия з‑ды дир., 1976 й. — баш технолог, 1981 й. — баш инженер, 1994 й. — ген. директор. 1996—2014 йй. “Башнефть” АНК‑нда эшләй. П. ҡатнашлығында ацетилен углеводородтарынан этан‑этилен фракцияһын таҙартыу катализаторҙары эшләнә, ЭП‑300 этилен һәм пропилены, бутил спирты, фталь ангидриды, пластификаторҙар, аммиак, махсус яғыулыҡтар, цеолиттар, полистирол етештереү файҙаланыуға индерелә, каталитик крекинг, риформинг, Ырымбур һәм Ҡарасығанаҡ ятҡылыҡтарының газ конденсаттарын эшкәртеү, ағынты һыуҙарҙы таҙартыу процестары һ.б. үҙләштерелә. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 200 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1‑се саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1983), СССР МС‑ы пр. (1976) лауреаты. Окт. Революцияһы орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

В.А.Потеряхин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

            

 

Яндекс.Метрика