“САЛАВАТГИПРОНЕФТЕХИМ”, Салауат дәүләт нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте предприятиеларын проектлау институты, ДУП. 1948 й. “Ленгипрогаз” (Ленинград) Бөтә Союз дәүләт яһалма шыйык яғыулыҡ һәм газ сәнәғәте пр‑тиеларын проектлау ин‑тының Ишембай бүлеге булараҡ ойошторола. 1957 й.алып “Башнефтепроект”тың Салауат филиалы, 1963 й. — “Ленгипрогаз”, 1973 й. — “ГипроБашнефтехим” (Өфө), 1974 й. — “Башгипронефтехим” филиалы, 1992 й. башлап хәҙ. исемен, 1999 й. хәҙ. статусын йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: химия, нефтехимия, нефть һәм газ эшкәртеү һ.б. производстволарҙы һәм объекттарҙы; производство һәм энергетика пр‑тиелары биналарын һәм ҡоролмаларын, төҙөлөш материалдары сәнәғәте, тирә‑яҡ мөхитте һаклау һәм тәбиғәтте рациональ ҡулланыу (полигондар, газдарҙы һәм ағынты һыуҙарҙы таҙартыу ҡулайламалары һ.б.) б‑са, автомобиль транспортын (автозаправка, техник хеҙмәтләндереү станциялары һ.б.), инженер селтәрҙәре һәм системаларын (йылытыу, вентиляция, кондиционирлау, канализация, һыу, йылылыҡ, һалҡын, газ, электр м‑н тәьмин итеү, электр яҡтыртыу, элемтә, сигнализация, автоматлаштырыу, механизация һәм объект эсендәге транспорт) проектлау; торлаҡ, йәмәғәт биналарын, ҡоролмалар, коммуналь хужалыҡ объекттарын, фасадтар һәм интерьерҙарҙы архитектуралы дизайнлау б‑са проектлы документация; махсус проекттар (граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр б‑са инженер‑техник саралар, сәнәғәт хәүефһеҙлеге б‑са декларация, аварияларҙы локализациялау пландары һ.б.); ташландыҡтар һәм уларҙы урынлаштырыу сиктәре нормативтары проекттарын эшләү; технология регламенттарын булдырыу. Ин‑т составына 7 бүлек, фәнни‑техник библиотека, архив инә. 2005 й. 187 кеше эшләгән. Ин‑т Нефтехимия эшкәртеү ин‑ты, “Петрохиминжиниринг” ин‑ты һәм Бөтә Рәсәй нефть машиналары эшләү ҒТИ (икеһе лә — Мәскәү), “Пластполимер” ААЙ (С.‑Петербург), “ЗапУралТИСИЗ” тресы (Салауат ҡ.), “БашНИИнефтемаш”, БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ, Бөтә Рәсәй углеводород сеймалы ҒТИ (Ҡазан), “Промэкспертиза” ЯСЙ (Стәрлетамаҡ ҡ.), “Гипрохим” (Мәскәү) һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: М.И.Шемякин (1948 й. алып), О.С.Кульжинский (1949 й. алып), С.С.Ширин (1954 й. алып), Б.В.Рожков (1958 й. алып), Д.Л.Панасенко (1959 й. алып), В.А.Валуенко (1975 й. алып), Е.М.Афинтов (1987 й. алып), В.П.Прочухан (1997 й. алып).

 

В.П.Прочухан

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

 

Яндекс.Метрика