АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫНЫҢ ПРОДУКТЛЫЛЫҒЫ, билдәле бер осорҙа (тәүлек, ай, һөт төшөү осоро, йыл) малдан алынған продукция күләме һәм сифаты. А.х.м.п. производство үҫешенә һәм малсылыҡ продукттары әҙерләүгә булышлыҡ итә. Малдың нәҫел, төр, тоҡом, йәш, индивидуаль үҙенсәлектәренә бәйле. А.х. малдарының һөт, ит, йөн, йомортҡа продуктлылығы, бал ҡорто ғаиләһе продуктлылығы айырып йөрөтөлә. Һыйырҙарҙың һөт продуктлылығы билдәле бер осорҙағы һауым һәм һөттәге туҡлыҡлы матдә (аҡһым, май һ.б.) миҡдары б‑са баһалана. Төрлө төр һәм тоҡом малдарының һөт төшөү осоро бер үк түгел (һыйырҙыҡы уртаса 10 ай йәки 305 көн, һарыҡ һәм кәзәнеке 4—5 ай, бейәнеке 8—10 ай). Һыйыр малының төп планлы тоҡомдары — бестужев тоҡомо, симменталь тоҡом һәм ҡара‑сыбар тоҡом (продуктлылыҡ 4—6 мең кг һөт); йылҡыныҡы — башҡорт аты (1300—3000 кг, ш. иҫ. ҡолон имгәне), ш. уҡ уның юртаҡ һәм йөк аты м‑н ҡатнаш тоҡомо (ҡара: Продукция йылҡысылығы). Ит продуктлылығы малдың иртә өлгөрөүе (малдың һуғым өсөн ҡулай йәшкә етеүе), һуғымға тиклемге ауырлығы (һуйыр алдынан 12—24 сәғәт ас тотҡандан һуң), түшкә һәм эс майы ауырлығы б‑са билдәләнә. Инә сусҡаның продуктлылығын үрсемле булыуы (бер балалағанда 10—12 бала) һәм һөтлөлөгө (яҡынса 1 айлыҡ сусҡа балаһының тере ауырлығы — 50—52 кг) күрһәтә. Юғары сифатлы ит һыйыр малының махсуслаштырылған ит тоҡомонан (абердин‑ангус тоҡомо, герефорд тоҡомо, лимузин), һарыҡтарҙың ит‑йөн (төньяҡ кавказ ит‑йөн тоҡомо,тексель), сусҡаларҙың ит һәм бекон тоҡомдарынан (дюрок, ландрас), ҡоштоң ит кросынан (Иза, Конкурент 2, Росс 308, Смена 4) алына. Уртаса ит сығышы (%): һыйыр малынан — 56—58, сусҡанан — 78—82, һарыҡтан — 48—50, йылҡынан — 60—64, ҡоштарҙан — 84‑тән күберәк. Һыйыр малы түшкәһендә уртаса (%) — 50—60 һум ит, 20—24 һөйәк һәм 20—30 май; шуға ярашлы сусҡала — 60—62, 12—14, 22—28, һарыҡта — 64—70, 14—16, 16—20. Һарыҡ һәм кәзәләрҙең йөн продуктлылығы баһалана. Иң күп йөн алтай тоҡомо, прекос, совет мериносы тоҡомло һарыҡтарҙан алына. Нәҙек йөнлө тоҡомло һарыҡтан ҡырҡылған йыуылмаған йөн күләме инә һарыҡта уртаса — 5—6 кг, тәкәлә — 8—10, шуға ярашлы ярым нәҙек йөнлөлә — 4,0—4,5 һәм 5—7, шырт йөнлөлә — 3—4 кг һәм 4—7 кг. Ҡоштоң йомортҡа продуктлылығы бер йылда һалынған йомортҡа һанына, ауырлығына ҡарап билдәләнә. Йомортҡа кросы тауыҡтарынан йылына 320 һәм унан да күберәк йомортҡа алына, өйрәктән — 220—240, инә ҡаҙҙан — 50—60, күркәнән — 120—140. Бал ҡорто ғаиләһе продуктлылығы — миҙгеленә 10—50 кг тауар балы. А.х.м.п. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (А.В.Близнецов, Р.С.Ғиззәтуллин, М.Ғ.Ғиниәтуллин, С.Ғ.Исламова, Х.Х.Таһиров һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (И.Л.Аллабирҙин, И.Ә.Әхәтова, В.С.Мөрсәлимов, Б.Х.Сатыев, Н.Г.Фенченко һ.б.) алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Тоҡомсолоҡ эше.

Әҙәб.: Юсупов Р.С., Белоусов А.М., Тагиров Х.Х. Рациональное использование продуктивного потенциала крупного рогатого скота с учётом биоконверсии питательных веществ. М., 2008.

Р.С.Ғиззәтуллин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина